Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 8 - Изге Яҙма


Махаулыны һауыҡтырыу
( Мрк 1:40-44 ; Лк 5:12-14 )

1 Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күмәк халыҡ эйәрҙе.

2 Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тине.

3 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды.

4 Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Йөҙ башының ышанысы
( Лк 7:1-10 ; 13:28-29 )

5 Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙ башы ярҙам һорап килде.

6 – Әфәндем! – тине ул. – Хеҙмәтсемде фалиж һуҡты, әле минең өйөмдә ята, бик ныҡ интегә.

7 – Ярар, барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса.

8 – Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр.

9 Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «кил» тиһәм, килә. Хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

10 Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ.

11 Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр.

12 Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.

13 Йөҙ башына Ғайса: – Бар, ҡайт, ышаныуыңа күрә булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты.


Ғайсаның күптәрҙе һауыҡтырыуы
( Мрк 1:29-34 ; Лк 4:38-41 )

14 Ғайса, Петрустың өйөнә килгәс, уның ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе.

15 Ғайса уның ҡулына тейеү менән, тәненең яныуы туҡтаны. Ҡатын, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы.

16 Ә инде кискеһен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.

17 Был – Ишағыяһ пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы өҫтөнә алды һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә йөкмәне», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Ғайсаға эйәреү
( Лк 9:57-60 )

18 Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған күмәк халыҡты күреп, шәкерттәренә күлдең теге ярына сығырға ҡушты.

19 Шул саҡ Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.

20 – Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

21 Ә икенсе берәү, шәкерттәренең береһе: – Хакимым! Тәүҙә өйөмә ҡайтып, атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тине.

22 Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы.


Ғайсаның дауылды туҡтатыуы
( Мрк 4:36-41 ; Лк 8:22-25 )

23 Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды.

24 Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар килеп бәрелеп, кәмә эсенә һыу тулды. Был мәлдә Ғайса йоҡлай ине.

25 Шәкерттәре Уны уятып: – Хакимыбыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.

26 – Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.

27 Барыһы ла хайран ҡалып: – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.


Ен эйәләшкән ике кеше
( Мрк 5:1-17 ; Лк 8:26-37 )

28 Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар шул тиклем ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмаған.

29 – Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.

30 Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.

31 Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип ялбарҙы.

32 – Барығыҙ, – тине Ғайса уларға. Ендәр, кешеләрҙән сығып, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде.

33 Сусҡа ҡараусылар иһә ҡалаға йүгерҙеләр һәм унда, ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да ҡушып, барыһын да һөйләп бирҙеләр.

34 Бөтә ҡала халҡы Ғайсаны ҡаршыларға сыҡты. Уны күргәс, үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбарҙылар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan