Матфей 6 - Изге ЯҙмаХәйер-саҙаҡа биреү 1 Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ. 2 Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 3 Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, уң ҡулыңдың нимә эшләгәнен һул ҡулың белмәһен. 4 Хәйерең йәшерен бирелһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер. Ғайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе ( Мрк 11:25-26 ; Лк 11:2-4 ) 5 Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 6 Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер. 7 Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, күберәк һөйләһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай. 8 Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорамаҫ борон уҡ Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белеп тора. 9 Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын. 10 Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә Һинең ихтыярың үтәлһен. 11 Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир. 12 Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа. 13 Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла. 14 Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡар. 15 Әммә башҡаларҙың насар ғәмәлдәрен ғәфү итмәһәгеҙ инде, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡамаҫ. Ураҙа тотоу 16 Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 17 Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу. 18 Шунда һинең ураҙа тотоуыңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрер. Йәшерен булғанды ла күргән Атаң һиңә әжереңде бирер. Ысын хазина ( Лк 12:33-34 ; 16:13 ) 19 Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай. 20 Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай. 21 Хазинаң ҡайҙа була, күңелең дә шунда була бит. 22 Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр. 23 Ә инде күҙең зәғиф булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы! Алла һәм байлыҡ 24 Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Алла Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре ( Лк 12:22-31 ) 25 Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? 26 Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? 27 Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 28 Ниңә кейем тип ҡайғыраһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. 29 Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. 30 Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар? 31 Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, нимә кейербеҙ, тип хафаланмағыҙ. 32 Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә. 33 Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер. 34 Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia