Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 4 - Изге Яҙма


Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе
( Мрк 1:12-13 ; Лк 4:1-13 )

1 Шунан һуң, Иблистән һынатыр өсөн, Алла Рухы Ғайсаны сүлгә алып китте.

2 Тәғәм ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты.

3 Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.

4 – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алла әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.

5 Шунан һуң Иблис Уны Йәрүсәлимгә – изге ҡалаға алып килеп, Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы.

6 – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан, – тине ул Ғайсаға. – Сөнки Изге Яҙмала: «Алла Үҙенең фәрештәләренә Һинең турала бойороҡ бирер: аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр», – тип яҙылған бит.

7 – Унда: «Аллаң Раббыны һынама», – тип тә яҙылған, – тип яуапланы уға Ғайса.

8 Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:

9 – Әгәр алдыма йөҙтүбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.

10 – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.

11 Бынан һуң Иблис Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы. Фәрештәләр килеп Ғайсаға хеҙмәт итте.


Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
( Мрк 1:14-15 ; Лк 4:14-15 )

12 Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды.

13 Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты.

14 Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:

15 «Эй Зевулун ере, Нафтали ере, диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея!

16 Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе. Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».

17 Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.


Ғайсаның беренсе шәкерттәре
( Мрк 1:16-20 ; Лк 5:2-11 ; Ях 1:35-42 )

18 Галилея күле буйлап китеп барғанда Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петрус тип аталған Шимғон менән Әндриасты күрҙе.

19 – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.

20 Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.

21 Арыраҡ киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зәбәҙәйос улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәйос менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.

22 Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.


Ғайсаның Галилеяла вәғәзләп, һауыҡтырып йөрөүе
( Мрк 3:7-12 ; Лк 6:17-19 )

23 Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.

24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

25 Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Йәрүсәлимдән, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan