Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 28 - Изге Яҙма


Ғайсаның үленән терелеүе
( Мрк 16:1-8 ; Лк 24:1-12 ; Ях 20:1-18 )

1 Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән башҡа Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы.

2 Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы.

3 Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине.

4 Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлек кеүек ҡатып ҡалды.

5 Фәрештә ҡатындарға былай тине: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм.

6 Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, Ул терелде. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.

7 Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул.

8 Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.

9 Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.

10 Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.


Һаҡсылар ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар янында

11 Ҡатындар киткәс, ҡайһы бер һаҡсылар, ҡалаға ҡайтып, баш ҡаһиндарға бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе.

12 Баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр,

13 уларға: – «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ.

14 Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр.

15 Һаҡсылар, аҡсаны алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр, йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.


Шәкерттәр нимә эшләргә тейеш

16 Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте.

17 Ғайсаны күргәс, Уға сәждә ҡылдылар, әммә ҡайһы берәүҙәре шикләнде.

18 Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.

19 Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,

20 һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan