Матфей 27 - Изге ЯҙмаҒайсаны Пилатосҡа тапшырыу ( Мрк 15:1 ; Лк 23:1 ; Ях 18:28 ) 1 Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы. 2 Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар. Йәһүҙәнең үлеме ( Ғмл 1:16-20 ) 3 Хыянатсы Йәһүҙә, Ғайсаның үлемгә хөкөм ителгәнен белгәс, ҡылған эшенә үкенеп, баш ҡаһиндарға һәм аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә: 4 – Ғәйепһеҙ кешегә хыянат итеп, гонаһ ҡылдым, – тине. – Беҙгә нимә? Был һинең эшең, – тинеләр уға. 5 Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды. 6 Баш ҡаһиндар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр. 7 Кәңәшләшкәндән һуң, улар был аҡсаға сит ил кешеләрен ерләү өсөн көршәксенең ерен һатып алырға ҡарар сығарҙы. 8 Шунлыҡтан ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай йөрөтөлә. 9 Шулай итеп, Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Исраил кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән хаҡты – утыҙ көмөш тәңкәне алды, 10 һәм, Раббы миңә ҡушҡанса, уға көршәксенең ерен һатып алды». Ғайса Пилатос алдында ( Мрк 15:2-5 ; Лк 23:2-5 ; Ях 18:29-38 ) 11 Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. 12 Баш ҡаһиндарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул яуап ҡайтарманы. 13 Шунда Пилатос: – Үҙеңә ҡаршы әйтелгән был тиклем ғәйепләүҙәрҙе әллә Һин ишетмәйһеңме? – тип һораны. 14 Ғайса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Идарасы быға бик ғәжәпләнде. Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү ( Мрк 15:6-15 ; Лк 23:13-25 ; Ях 18:39–19:16 ) 15 Идарасының бер ғәҙәте бар ине: ул һәр Ҡотҡарылыу байрамында халыҡтың теләге буйынса бер тотҡондо азат итә торғайны. 16 Ул дәүерҙә яманаты киң таралған Бараббас исемле бер тотҡон бар ине. 17 Халыҡ йыйылғас, Пилатос уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Бараббастымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны. 18 Пилатос йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине. 19 Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе. 20 Баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар иһә, Бараббасты иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. 21 Идарасы халыҡтан тағы: – Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем? – тип һораны. – Бараббасты, – тинеләр. 22 – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан. 23 – Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – тип һораны ул. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ аҡырҙылар. 24 Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине. 25 – Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә. 26 Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы. Ғәскәриҙәрҙең Ғайсаны мыҫҡыллауы ( Мрк 15:16-20 ; Ях 19:2-3 ) 27 Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте. Унда Ғайсаны бөтә ғәскәри төркөм уратып алды. 28 Улар Ғайсаның кейемдәрен систереп, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр. 29 Сәнскәктән таж үреп башына һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар ҙа алдында тубыҡланып: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип мыҫҡыллап көлдөләр. 30 Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡ алып башына һуҡтылар. 31 Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ябынсаны систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр. Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау ( Мрк 15:21-23 ; Лк 23:26-31 ; Ях 19:17 ) 32 Юлда улар Шимғон исемле Курене кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. 33 Голгоҫа, йәғни «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә барып еткәс, 34 Ғайсаға үт ҡатыш шарап бирҙеләр. Ғайса уны тәмләп ҡараны, әммә эсергә теләмәне. 35 Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар 36 һәм шунда Уны һаҡлап ултырҙылар. 37 Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәткән «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар. 38 Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 39 Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр: 40 – Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан! 41 Шулай уҡ ҡанун белгестәре, аҡһаҡалдар һәм баш ҡаһиндар ҙа Ғайсаны мыҫҡылланы: 42 – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ! 43 Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит. 44 Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте. Ғайсаның үлеме ( Мрк 15:33-41 ; Лк 23:44-49 ; Ях 19:28-30 ) 45 Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 46 Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән: – Эли, Эли, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» тигәнде аңлата. 47 Яҡында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре Уның һүҙҙәрен ишетеп: – Ильясты саҡыра, – тинеләр. 48 Шунда уҡ уларҙың береһе йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. 49 Бүтән кешеләр быға: – Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр. 50 Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе. 51 Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды, 52 ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо. 53 Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Йәрүсәлим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе. 54 Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө. 55 Унда булған хәлдәрҙе йыраҡтан ҡарап торған бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға хеҙмәт итеү өсөн Галилеянан алып эйәреп йөрөгәйне. 56 Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуп менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зәбәҙәйос улдарының әсәһе бар ине. Ғайсаны ҡәбергә һалыу ( Мрк 15:42-47 ; Лк 23:50-56 ; Ях 19:38-42 ) 57 Кис еткәс, Аримаҫаянан Йософ исемле бай кеше килде; ул да Ғайсаның шәкерте ине. 58 Пилатос янына барып, ул Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Пилатос бирергә ҡушты. 59 Йософ мәйетте таҙа етен туҡымаға ураны ла 60 үҙенә тип ҡаяны өңөп яһаған яңы ҡәбергә алып барып һалды. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер таш терәп китте. 61 Магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәбер ҡаршыһында ултыра инеләр. Ҡәбер һаҡсылары 62 Иртәгәһенә – ул шәмбе көн ине – Пилатос янында баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар йыйылды. Улар: 63 – Әфәндебеҙ, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйткәне иҫебеҙгә төштө, – тинеләр. 64 – Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға бойороҡ бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр. 65 – Һаҡсыларҙы алығыҙ ҙа, барып, ҡәберҙе үҙегеҙ белгәнсә һаҡлағыҙ, – тине Пилатос. 66 Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia