Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 25 - Изге Яҙма


Ун ҡыҙ тураһында ҡисса

1 Ул ваҡытта Күктәр Батшалығы, ҡулдарына яҡтыртҡыс тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр.

2 Ҡыҙҙарҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған.

3 Алйоттары яҡтыртҡыстар алған, ә улар өсөн май алмаған.

4 Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған.

5 Кейәү тотҡарланыу арҡаһында, ҡыҙҙар ойоп киткән һәм йоҡоға талған.

6 Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән.

7 Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған.

8 Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән.

9 Ә аҡыллылары: «Юҡ, беҙҙең май бөтәбеҙгә лә етмәҫ. Иң яҡшыһы, һатыусыларға барығыҙ ҙа үҙегеҙгә май һатып алығыҙ», – тип яуап биргән.

10 Тегеләр май һатып алып йөрөгән арала, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инеп киткән һәм артынан ишек ябылған.

11 Бынан һуң бүтән ҡыҙҙар ҙа килеп етеп: «Әфәнде, әфәнде, беҙгә ишек ас!» – тип үтенгән.

12 Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.

13 Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.


Таланттар хаҡында ҡисса
( Лк 19:12-27 )

14 Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған.

15 Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән дә үҙе юлға сыҡҡан.

16 Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған.

17 Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшкән.

18 Ә бер талант алғаны иһә, хужаһының аҡсаһын ергә күмеп, йәшереп ҡуйған.

19 Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән.

20 Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым».

21 Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.

22 Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым».

23 Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.

24 Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең аяуһыҙ икәнеңде беләм: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың.

25 Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән.

26 Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ, ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белгәс,

27 аҡсаларымды әйләнешкә индерергә кәрәк ине. Ҡайтҡас, мин үҙемдекен табышы менән алған булыр инем».

28 Шунан хужа: «Ундағы бер талантты алығыҙ ҙа ун таланты булғанына бирегеҙ.

29 Сөнки кемдә бар, шуға бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.

30 Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине.


Киләсәк ҡиәмәт көнө

31 Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.

32 Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр.

33 Һарыҡтарҙы Үҙенең уң яғына, ә кәзә тәкәләрен һул яғына баҫтырыр.

34 Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.

35 Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ;

36 яланғас инем, кейендерҙегеҙ; ауырыу инем, хәстәрләнегеҙ; төрмәлә инем, хәлемде белергә килдегеҙ», – тип әйтер.

37 Шунда тәҡүә кешеләр: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ, ас йөрөгәнеңде күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек?

38 Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек?

39 Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырғаныңды күреп, хәлеңде белергә барҙыҡ?» – тип һорарҙар.

40 Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.

41 Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!

42 Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирмәнегеҙ,

43 мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда хәлемде белергә килмәнегеҙ».

44 Шунда былары ла: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас йөрөгәнеңде, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күреп тә, Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар.

45 Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ бынау иң кесе йәндәрҙең береһенә эшләмәгән нәмәне Миңә лә эшләмәнегеҙ», – тиер.

46 Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan