Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 19 - Изге Яҙма


Өйләнешеү һәм айырылышыу тураһында
( Мрк 10:1-12 )

1 Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде.

2 Уның артынан күмәк халыҡ эйәреп барҙы, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.

3 Ҡайһы бер фарисейҙар, Ғайсаға килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.

4 – Бар ҡылыусы тәүҙән үк «уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты» тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. –

5 Алла шулай уҡ: «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән.

6 Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын.

7 Фарисейҙар иһә: – Улайһа, ни өсөн Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырып ебәрергә рөхсәт иткән? – тинеләр.

8 – Һеҙ таш йөрәкле булғанға күрә, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Башланғыста улай түгел ине, – тип яуапланы Ғайса.

9 – Һеҙгә әйтәм: ҡатынының зина ҡылыуынан башҡа сәбәп арҡаһында уның менән айырылышҡан һәм башҡаға өйләнгән ир зина ҡыла.

10 Шәкерттәре Уға: – Ир менән уның ҡатыны араһындағы мөнәсәбәттәр улай икән, ул саҡта өйләнмәү хәйерлерәк, – тинеләр.

11 – Был һүҙҙәрҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай, кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер, – тип яуап бирҙе Ғайса. –

12 Кешеләрҙең өйләнә алмауына төрлө сәбәптәр бар: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!


Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
( Мрк 10:13-16 ; Лк 18:15-17 )

13 Шунан һуң Ғайса янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне.

14 Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы, – тине.

15 Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәндән һуң Үҙ юлына китте.


Бай егет
( Мрк 10:17-31 ; Лк 18:18-30 )

16 Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп: – Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй игелек эшләргә кәрәк? – тип һораны.

17 – Ниңә һин Минән игелек тураһында һорайһың? Бары Берәү генә игелекле. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның бойороҡтарын үтә, – тине Ғайса.

18 – Ҡайһыларын? – тип һораны теге егет. – «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә,

19 атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуап бирҙе Ғайса.

20 – Мин быларҙың бөтәһен дә үтәп килдем. Миңә тағы нимә етмәй? – тип һораны егет.

21 – Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.

22 Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: ул бик бай ине.

23 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын.

24 Һеҙгә тағы шуны әйтәм: бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк.

25 Быны ишеткәс, шәкерттәре бик ныҡ аптыраны. – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һоранылар.

26 Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.

27 Шунда Петрус Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тине. – Бының өсөн беҙгә нимә булыр?

28 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.

29 Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.

30 Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan