Матфей 16 - Изге ЯҙмаҒайсанан илаһи билдә күрһәтеүен талап итеүҙәре ( Мрк 8:11-13 ; Лк 12:54-56 ) 1 Ғайса янына фарисейҙар менән саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар. 2 Ә Ул: – Кис көнө һеҙ: «Аяҙ булыр, күк йөҙө ҡыҙыл», – тиһегеҙ. 3 Ә иртәнсәк күк йөҙөндә ҡарағусҡыл ҡыҙыл болоттар күрәһегеҙ ҙә: «Бөгөн дауыл булыр», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә заман билдәләрен аңлай алмайһығыҙ. 4 Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы. Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһе ( Мрк 8:14-21 ) 5 Икенсе ярға сыҡтылар. Шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны. 6 – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға. 7 Шәкерттәре үҙ-ара: «Беҙ икмәк алмаған өсөн шулай тип әйтә», – тиеште. 8 Ғайса быны белеп: – Имандары аҙҙар! Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? 9 Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш икмәктең биш мең кешегә еткәнен иҫләмәйһегеҙме? Ҡалғанын нисә кәрзин йыйып алдығыҙ? 10 Ете икмәкте дүрт мең кешегә өләшкәнегеҙҙе, уны нисә кәрзин итеп йыйып алғанығыҙҙы ла оноттоғоҙмо? 11 Мин Һеҙгә икмәк тураһында түгел, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ, тинем! Был һеҙгә аңлашылмаймы ни? – тине. 12 Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушҡанын аңланылар. Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы ( Мрк 8:27-30 ; Лк 9:18-21 ) 13 Филиппус Ҡайсареяһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны. 14 – Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Йермеяһ йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре. 15 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? 16 – Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус. 17 – Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. – 18 Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ. 19 Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Ерҙә һин нимәне тыйһаң, шуны күктә Алла тыясаҡ. Ерҙә һин нимәне рөхсәт итһәң, шуны күктә Алла рөхсәт итәсәк. 20 Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты. Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе ( Мрк 8:31–9:1 ; Лк 9:22-27 ) 21 Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы. 22 Петрус иһә Уны ситкәрәк алып китеп: – Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хакимым! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен! – тип ҡаршы төштө. 23 Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине. 24 Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен. 25 Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Кем Минең хаҡыма үҙенең йәнен юғалта, ул уны алып ҡалыр. 26 Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала? 27 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. 28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре Әҙәм Улының Батша булып килгәнен күргәнсе үлем татымаҫ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia