Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 15 - Изге Яҙма


Алла бойороғо һәм ата-бабаларҙан килгән йолалар
( Мрк 7:1-23 )

1 Шул ваҡыт Ғайса янына Йәрүсәлимдән фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:

2 – Ни өсөн Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы боҙа: ашар алдынан ҡулын йыумай? – тип һоранылар.

3 – Ә һеҙ ни өсөн үҙегеҙҙең йолаларығыҙ хаҡына Алла бойороғон боҙаһығыҙ? – тине Ғайса. –

4 Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тигән бит.

5 Ә һеҙ: «Кем атаһына йәки әсәһенә: „Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте Аллаға вәғәҙә иттем“, – ти,

6 уға инде ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә ярай», – тип әйтәһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ.

7 Ике йөҙлөләр! Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән:

8 «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ.

9 Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».

10 Ғайса халыҡты янына саҡырып алып: – Тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ.

11 Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.

12 Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килеп: – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һоранылар.

13 – Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.

14 – Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.

15 Шунда Петрус Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде.

16 – Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.

17 – Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни?

18 Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – күңеленән сыға. Уны шул бысрата ла.

19 Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.

20 Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.


Ҡәнғәни ҡатындың иманы
( Мрк 7:24-30 )

21 Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте.

22 Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.

23 Әммә Ғайса бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шәкерттәре килеп: – Әйт әле, китһен. Юғиһә ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.

24 – Мин бары тик Исраил халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәнмен, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.

25 Ҡатын иһә килеп Уның алдына йөҙтүбән ҡапланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!

26 – Икмәкте балаларҙан алып, көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса.

27 – Эйе, Әфәндем. Тик көсөктәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай, – тине ҡатын.

28 Ғайса уға: – Эй апай! Һинең иманың ныҡ! Әйҙә, теләгәнеңсә булһын, – тине. Ҡатындың ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.


Дүрт мең кешене туйҙырыу
( Мрк 8:1-10 )

29 Унан китеп, Ғайса Галилея күле буйына килде, тауға күтәрелеп, шунда ултырҙы.

30 Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

31 Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Исраил Аллаһын данланы.

32 Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды: – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр.

33 – Был тиклем халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте бынау ҡола ялан ерҙә ҡайҙан табайыҡ? – тине Уға шәкерттәре.

34 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ.

35 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла,

36 ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.

37 Бөтәһе лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар.

38 Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине.

39 Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса, кәмәгә ултырып, Магадан ерҙәренә юл тотто.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan