Матфей 12 - Изге ЯҙмаШәмбе хаҡында һорау ( Мрк 2:23-28 ; Лк 6:1-5 ) 1 Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Асыҡҡан шәкерттәре башаҡ өҙөп ашай башланы. 2 Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр. 3-4 – Дауыт менән уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡығанығыҙ юҡмы ни? Ул, Алла йортона инеп, үҙенең кешеләре менән Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған. Ә ҡанун буйынса, уларҙы ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй, – тине Ғайса. – 5 Йәки Алла йортонда ҡаһиндарҙың, шәмбе көндө хеҙмәт итеп, ул көндө боҙоуҙары, әммә бының улар өсөн ғәйепкә һаналмауы хаҡында ҡанунда яҙылғанды уҡыманығыҙмы? 6 Һеҙгә әйтәм: бында Алла йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар. 7 Әгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ. 8 Сөнки Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы. Ҡулы ҡороған кеше ( Мрк 3:1-6 ; Лк 6:6-11 ) 9 Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде. 10 Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны. 11 – Әгәр берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы булһа, шул һарыҡ шәмбе көндө соҡорға төшөп китһә, ул уны сығармаҫ инеме? – тине Ғайса. – 12 Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләргә рөхсәт ителә. 13 Шунан Ул ауырыуға: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Уныһы ҡулын һуҙҙы һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк сәләмәт булды. 14 Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр. Алланың һайланған ҡоло ( Мрк 3:7-12 ; Лк 6:17-19 ) 15 Был хаҡта белгәс, Ғайса унан китте. Артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы, 16 әммә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. 17 Был Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: 18 «Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер. 19 Ул бәхәсләшмәҫ, ҡысҡырмаҫ, урамдарҙа Уның тауышын һис кем ишетмәҫ. 20 Ғәҙеллекте еңеүгә килтергәнгә тиклем, Ул сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ. 21 Ҡәүемдәр Уның исеменә өмөт бағлар». Ғайса һәм Бәғел-Зевул ( Мрк 3:22-29 ; Лк 11:14-23 ; 12:10 ) 22 Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы. 23 Бөтөн халыҡ шаҡ ҡатып бер-береһенән: – Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар. 24 Быны ишетеп фарисейҙар: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр. 25 Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ. 26 Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша. Был осраҡта уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр һуң? 27 Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә әйҙә улар һеҙҙе хөкөм итһен. 28 Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте. 29 Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр. 30 Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата. 31 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең һәр гонаһы, һәр көфөр һүҙе ғәфү ителер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр ҡылыу ғәфү ителмәҫ. 32 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйткәне хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә ғәфү ителмәҫ. Ағас һәм уның емештәре 33 Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емеше лә насар булыр. Ағас емешенә ҡарап беленә. 34 Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була. 35 Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. 36 Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ. 37 Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең. Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһе ( Лк 11:29-32 ; Маҫ 16:4 ) 38 Шунда ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар араһынан ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға: – Остаз, беҙ һинең берәй илаһи билдә күрһәтеүеңде теләйбеҙ, – тине. 39 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 40 Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер. 41 Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк. 42 Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк. Яуыз рухтың кире ҡайтыуы ( Лк 11:24-26 ) 43 Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. 44 Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. Кире ҡайтҡас, өйөн аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 45 Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр. Ғайсаның әсәһе һәм туғандары ( Мрк 3:31-35 ; Лк 8:19-21 ) 46 Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. 47 Кемдер берәү Ғайсаға: – Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине. 48 Ғайса был кешенән: – Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым? – тип һораны ла 49 ҡулы менән шәкерттәренә күрһәтте: – Бына Минең әсәйем менән туғандарым! 50 Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia