Маркус 9 - Изге Яҙма1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ. Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе ( Маҫ 17:1-13 ; Лк 9:28-36 ) 2 Алты көндән һуң Ғайса, Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе: 3 кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. 4 Уларҙың ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды. Улар Ғайса менән һөйләшә ине. 5 Петрус Ғайсаға: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. 6 Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны. 7 Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. 8 Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр. 9 Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. 10 Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр. 11 Ғайсанан иһә: – Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар. 12 – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? 13 Ләкин Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу ( Маҫ 17:14-19 ; Лк 9:37-42 ) 14 Бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, бында күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙеләр. 15 Ғайсаны күреү менән, бөтә халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр. 16 Ғайса шәкерттәренән: – Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны. 17 Халыҡ араһынан берәү: – Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә яуыз рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте. 18 Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла ергә бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырҙатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар, – тине. 19 – Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! 20 Баланы алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, яуыз рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы. Бала, ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрләй башланы. 21 Ғайса малайҙың атаһынан: – Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны. – Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. – 22 Яуыз рух, уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе! 23 – «Ҡулыңдан килһә»? Был ни тигән һүҙ ул? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса. 24 Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе: – Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә! 25 Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине. 26 Яуыз рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. 27 Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты. 28 Ғайса өйгә инде. Шәкерттәре Уның менән үҙҙәре генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар. 29 – Бындай ендәрҙе бары тик доға менән генә ҡыуып сығарып була, бүтән төрлө юлы юҡ, – тине Ғайса. Ғайсаның үлеп тереләсәге тураһында ҡабат әйтеүе ( Маҫ 17:22-23 ; Лк 9:43-45 ) 30 Бынан киткәс, улар Галилея ере аша үтте. Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне, 31 сөнки Үҙенең шәкерттәрен аң-белемгә өйрәтеү менән мәшғүл ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул. 32 Шәкерттәре был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә Унан һорарға ҡурҡтылар. Кем иң бөйөгө? ( Маҫ 18:1-5 ; Лк 9:46-48 ) 33 Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән: – Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны. 34 Тегеләр өндәшмәне, сөнки юл буйына араларында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшеп килгәйнеләр. 35 Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып: – Кем беренсе булырға теләй, шул иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине. 36 Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә: 37 – Ошондай балаларҙың береһен кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәргәнде ҡабул итә, – тине. «Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы» ( Маҫ 10:42 ; 18:8-9 ; Лк 9:49-50 ; 17:1-2 ) 38 – Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ. 39 Ғайса былай яуап бирҙе: – Тыймағыҙ уны. Минең исемем менән мөғжизәле эш ҡыла алған кеше Минең хаҡта яман һүҙ һөйләмәҫ. 40 Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы. 41 Кем Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн һеҙгә бер сеүәтә һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ. 42 Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 43-44 Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡуллы булып йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ килеш инеүең хәйерлерәк. 45-46 Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике аяҡлы булып йәһәннәмгә ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк. 47 Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеүең хәйерлерәк. 48 Йәһәннәмдә кешеләрҙе кимереүсе ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй. 49 Һәр кем ут менән «тоҙланыр». 50 Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia