Маркус 8 - Изге ЯҙмаДүрт мең кешене туйҙырыу ( Маҫ 15:32-39 ) 1 Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып: 2 – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. 3 Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине. 4 – Бынау ҡола ялан ерҙә барыһын да туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алмаҡ кәрәк инде? – тип яуап бирҙе шәкерттәре. 5 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса. – Ете, – тине улар. 6 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. 7 Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. 8 Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы ете кәрзин итеп йыйып алдылар. 9 Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. 10 Үҙе шунда уҡ, шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануҫа ерҙәренә китте. Фарисейҙарҙың билдә талап итеүе ( Маҫ 16:1-4 ) 11 Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. 12 Ғайса ауыр көрһөндө: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөнгө быуынға илаһи билдә бирелмәйәсәк, – тине. 13 Ғайса улар янынан китте, тағы кәмәгә ултырып, аръяҡҡа сыҡты. Фарисейҙарҙың һәм Һирудтың әсеткеһе ( Маҫ 16:5-12 ) 14 Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине. 15 Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте. 16 Шәкерттәр үҙ-ара: «Икмәгебеҙ булмағанға шулай тип әйтәлер», – тип һөйләшә ине. 17 Ғайса, быны белеп, уларға: – Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман аңығыҙға барып етмәйме, бер нимә лә аңламайһығыҙмы? Күңелдәрегеҙ бөтөнләйгә ҡатып ҡалғанмы ни? 18 Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: 19 Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ? – Ун ике, – тинеләр Уға. 20 – Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ? – Ете, – тип яуапланы тегеләр. 21 – Әле һаман да аңламайһығыҙмы? – тине Ғайса. Ғайсаның Бейт-Сайдала һуҡырҙы һауыҡтырыуы 22 Бына улар Бейт-Сайдаға килде. Кешеләр бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр. 23 Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөгөн бөркөп, ҡулдарын ҡуйҙы. – Берәй нимә күрәһеңме? – тип һораны. 24 – Кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ағастарға оҡшағандар, тик йөрөйҙәр. 25 Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе. 26 Ғайса: – Бар, ауылға инеп торма, – тип уны өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы ( Маҫ 16:13-20 ; Лк 9:18-21 ) 27 Ғайса шәкерттәре менән Филиппус Ҡайсареяһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән: – Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны. 28 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар. 29 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ғайса. – Һин – Мәсих, – тине Петрус. 30 Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе ( Маҫ 16:21-23 ; Лк 9:22 ) 31 Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерәсәге, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласағы һәм үлтереләсәге, ә өс көндән һуң тереләсәге тураһында аңлата башланы. 32 Был хаҡта Ул асыҡтан-асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петрус, Ғайсаны ситкәрәк алып китеп, Уға ҡаршы төштө. 33 Әммә Ғайса шәкерттәренә боролоп ҡараны ла Петрусты: – Кит янымдан, Иблис! Һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тип тыйып ҡуйҙы. 34 Шәкерттәрен һәм халыҡты саҡырып, Ғайса былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен. 35 Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 36 Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 37 Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала? 38 Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia