Маркус 7 - Изге ЯҙмаАта-баба йолалары һәм Алла бойороғо ( Маҫ 15:1-20 ) 1 Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды. 2 Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йола буйынса йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне. 3 Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын шартына килтереп йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. 4 Баҙарҙан ҡайтҡас та, тейешенсә йыуынмайынса ашамайҙар. Тағы күп ҡағиҙәләрҙе, мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибен дә теүәл үтәйҙәр. 5 Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан: – Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар. 6 Ғайса уларға: – Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында бик дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ. 7 Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә». 8 Алла бойороғон ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йолаларҙы үтәйһегеҙ. 9 Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – 10 Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тип әйткән бит. 11 Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булғанды Аллаға ҡорбан, йәғни Аллаға бүләк, итеп вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, 12 ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләмәһә лә ярай, тип өйрәтәһегеҙ. 13 Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ. 14 Ул халыҡты ҡабат янына саҡырып алып: – Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ! 15-16 Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата, – тине. 17 Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны. 18 – Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? 19 Был нәмәләр уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булғанын белдерҙе.) 20 Ул һүҙен дауам итте: – Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата; 21 яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү, 22 зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға. 23 Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде. Мәжүси ҡатындың ышанысы ( Маҫ 15:21-28 ) 24 Бынан ары Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Унда бер өйгә инде. Килеүе хаҡында бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. 25 Бәләкәс ҡыҙының эсенә яуыз рух эйәләшкән бер ҡатын Ғайса тураһында ишетеп ҡалды ла килеп аяғына йығылды. 26 Тыумышы менән Сүриә Фойникәһенән булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын ялбарҙы. 27 – Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине уға Ғайса. – Икмәкте балаларҙан алып көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел. 28 – Әфәндем, – тине ҡатын. – Көсөктәр ҙә бит өҫтәл аҫтында балалар ҡойған валсыҡтарҙы ашай. 29 – Бына шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты. 30 Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде. Һаңғырау һәм тотлоҡҡан кешене һауыҡтырыу ( Маҫ 15:29-31 ) 31 Ғайса, Тир яҡтарынан ҡайтышлай, Сидон һәм Ун Ҡала төбәге аша үтеп, Галилея күленә сыҡты. 32 Уның янына тотлоғоп һөйләшкән һаңғырау кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр. 33 Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды. 34 Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Эффата! (Йәғни «Асыл!») – тине. 35 Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы. 36 Ғайса ундағыларға был хаҡта ла бер кемгә лә һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне. 37 Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. – Ул барыһын да яҡшы итеп эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia