Маркус 5 - Изге ЯҙмаЕн эйәләшкән кешене һауыҡтырыу ( Маҫ 8:28-34 ; Лк 8:26-37 ) 1 Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. 2 Ғайса кәмәнән төшөү менән, яуыз рух эйәләшкән бер кеше, ҡәбер мәмерйәләренән сығып, Уға ҡаршы килде. 3 Был кеше ҡәберҙәр эсендә йәшәй һәм уны һис кем хатта сынйырҙар менән дә бәйләп тота алмай ине. 4 Уны әллә нисәмә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулын бығаулап, сынйыр һалғандар, ә ул сынйырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уға көсө етмәгән. 5 Ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән туҡмап яралар булған. 6 Ул Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килде лә аяғына йығылды. 7 – Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе. 8 Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны. 9 – Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса. – Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге 10 һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы. 11 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. 12 – Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялбарҙы ендәр. 13 Ғайса рөхсәт иткәс, яуыз рухтар, кешенән сығып, сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. 14 Сусҡа ҡараусылар йүгереп йөрөп был хәбәрҙе ҡалала һәм ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр ни булғанын күрер өсөн 15 Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. 16 Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр уларға барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. 17 Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбара башланы. 18 Ғайса кәмәгә ултырған саҡта, ендән ҡотолған кеше Уның менән бергә барырға рөхсәт итеүен һораны. 19 Әммә Ғайса риза булманы. – Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса. 20 Теге кеше китеп, Ғайсаның уға нимәләр эшләгәнлеген Ун Ҡалала һөйләп йөрөнө. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды. Һауыҡҡан ҡатын һәм терелгән ҡыҙ ( Маҫ 9:18-26 ; Лк 8:41-56 ) 21 Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күмәк халыҡ йыйылды. Ул күл буйында саҡта, 22 ғибәҙәтхана башлыҡтарынан булған Яйрос исемле кеше килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяғына йығылды: 23 – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы. 24 Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күмәк халыҡ эйәрҙе. 25 Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. 26 Ул, бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле насарлана ғына барған. 27 Ғайса хаҡында ишеткәс, ул халыҡ араһына инде лә, артынан килеп, ҡулы менән Уның кейеменә тейҙе. 28 Эсенән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. 29 Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо. 30 Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын һиҙеп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны Ул. 31 – Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ни өсөн: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре. 32 Әммә Ул, тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. 33 Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаның янына килде лә, аяғына йығылып, Уға дөрөҫөн һөйләп бирҙе. 34 – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса. 35 Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яйростың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа: – Ҡыҙың үлде. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр. 36 Әммә Ғайса был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, бары ышан ғына! – тине. 37 Ғайса Петрустан, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. 38 Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе. 39 – Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс. 40 Унан көлөргә тотондолар. Ғайса уларҙы сығарып ебәрҙе лә, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. 41 Баланың ҡулынан тотоп: – Талиҫа, кум! – тине. Бының тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!» 42 Ҡыҙыҡай шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла хайран ҡалды. 43 Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia