Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Маркус 3 - Изге Яҙма


Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу
( Маҫ 12:9-14 ; Лк 6:6-11 )

1 Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине.

2 Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.

3 Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине.

4 Ә тегеләрҙән: – Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне.

5 Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.

6 Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы.

7 Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан бик күп кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән,

8 Йәрүсәлимдән, Идумаянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килгәйне.

9 Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡалмаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты.

10 Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.

11 Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы.

12 Әммә Ғайса уларға ҡәтғи рәүештә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты.


Ғайсаның Үҙенә шәкерттәр һайлап алыуы
( Маҫ 10:2-4 ; Лк 6:14-16 ; Ғмл 1:13 )

13 Ғайса, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс,

14 араларынан һәр ваҡыт янында булырлыҡ һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе халыҡ араһында тарата алырлыҡ ун икеһен һайлап алып, илселәр тип атаны.

15 Уларға шулай уҡ ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе.

16 Бына Ғайса тәғәйенләгән ун ике шәкерт: Ғайса Петрус тип атаған Шимғон,

17 Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Боанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны,

18 Әндриас, Филиппус, Барҫоломай, Маҫҫайос, Томас, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон

19 һәм аҙаҡ Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә Искариот.


Ғайса һәм Бәғел-Зевул
( Маҫ 12:22-29 ; Лк 11:14-23 ; 12:10 )

20 Ғайса өйөнә ҡайтты. Унда шул тиклем күп кеше йыйылғайны, хатта Ғайса менән шәкерттәренең тамаҡ ялғарлыҡ та ваҡыты булманы.

21 Был хәлдәрҙе ишеткән туғандары, Ул аҡылдан яҙған икән, тип уйлап, Ғайсаны көс менән алып китергә килделәр.

22 Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Бәғел-Зевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.

23 Ғайса уларҙы Үҙенең янына саҡырып алды ла кинәйәле һүҙҙәр менән ошоларҙы һөйләне: – Нисек итеп Иблис Иблисте ҡыуып сығарһын?

24 Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ имен ҡала алмай,

25 эсендә дошманлыҡ булған ғаилә лә тарҡалыр.

26 Үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышып, Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, уның ахыры тиҙ етер.

27 Һис кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына өйөн талай алыр.

28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кешеләрҙең гонаһтары ла, көфөр һүҙҙәре лә – бөтәһе лә ғәфү ителер.

29 Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы көфөр әйтһә, мәңге ғәфү ителмәҫ, был гонаһ өсөн ул мәңге ғәйепле булыр.

30 Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға яуыз рух эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне.


Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
( Маҫ 12:46-50 ; Лк 8:19-21 )

31 Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар.

32 Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар: – Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың көтә, – тинеләр.

33 – Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп.

34 Шунан эргә-тирәһендә ултырғандарға ҡарап былай тине: – Бына былар – Минең әсәйем менән туғандарым!

35 Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan