Маркус 15 - Изге ЯҙмаҒайса Пилатос алдында ( Маҫ 27:1-2 , 11-14 ; Лк 23:1-5 ; Ях 18:28-38 ) 1 Иртән үк баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар. 2 – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилатос. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. 3 Баш ҡаһиндар Уны күп нәмәләрҙә ғәйепләне. 4 Пилатос Унан тағы: – Бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. – Ҡара, нисек ғәйепләйҙәр Һине! 5 Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни ҙә өндәшмәне. Быға Пилатос бик ныҡ ғәжәпләнде. Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү ( Маҫ 27:15-26 ; Лк 23:13-25 ; Ях 18:39–19:16 ) 6 Пилатос байрам айҡанлы, халыҡ һорауы буйынса, бер тотҡондо азат итә торғайны. 7 Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Тотҡондар араһында Бараббас тигән берәү бар ине. 8 Халыҡ төркөмө, Пилатос янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы. 9 – Һеҙ йәһүдтәр Батшаһын азат итеүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилатос уларҙан, 10 сөнки ул баш ҡаһиндарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине. 11 Әммә баш ҡаһиндар, Ғайсаны түгел, Бараббасты азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. 12 – Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос йәнә. 13 – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. 14 – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны Пилатос. Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! 15 Пилатос, халыҡҡа ярарға тырышып, Бараббасты азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы. Ғайсаны мыҫҡыллау ( Маҫ 27:27-31 ; Ях 19:2-3 ) 16 Ғәскәриҙәр, Ғайсаны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы. 17 Улар, Ғайсаның өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж кейҙерҙеләр ҙә: 18 – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип сәләмләргә керештеләр. 19 Уның башына таяҡ менән һуғып, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр. 20 Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл ябынсаны систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр. Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау ( Маҫ 27:32-34 ; Лк 23:26-31 ; Ях 19:17 ) 21 Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Курене кешеһе Шимғонды – Искәндәр менән Руфостың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. 22 Ғайсаны Голгоҫа тип аталған урынға алып килделәр. Голгоҫа «Баш һөйәге урыны» тип тәржемә ителә. 23 Уға мирра ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне. 24 Унан һуң Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр. 25 Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине. 26 Ғайсаның ғәйебен күрһәткән был яҙыуҙа «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 27-28 Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына ҡаҙаҡланылар. 29 Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе! 30 Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, арҡысаҡтан төш! – тинеләр. 31 Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш ҡаһиндар ҙа, Ғайсаны мыҫҡыллап, бер-береһенә: – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай. 32 Мәсих, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте. Ғайсаның үлеме ( Маҫ 27:45-56 ; Лк 23:44-49 ; Ях 19:28-30 ) 33 Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 34 Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән: – Элои, Элои, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата. 35 Бында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Уның һүҙҙәрен ишетеп: – Ана, Ильясты саҡыра! – тиеште. 36 Ә береһе, йүгереп килеп, һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. – Туҡтағыҙ! Әйҙә ҡарайыҡ: Ильяс Уны арҡысаҡтан төшөрөргә килерме икән? – тине. 37 Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә йән бирҙе. 38 Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. 39 Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙ башы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс: – Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине. 40 Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуп менән Йосестың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе ла бар ине. 41 Ғайса Галилеяла булған саҡта, был ҡатындар Уға эйәреп йөрөгәйне һәм хеҙмәт иткәйне. Уның менән бергә Йәрүсәлимгә килгән күп кенә бүтән ҡатын-ҡыҙ ҙа унда ине. Ғайсаны ҡәбергә һалыу ( Маҫ 27:57-61 ; Лк 23:50-56 ; Ях 19:38-42 ) 42-43 Байрамға әҙерлек көнө, йәғни шәмбе көнө алды ине. Кис етеп килгәндә Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, сығышы менән Аримаҫаянан булған Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилатос янына баҙнат итеп инеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. 44 Пилатос Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыраны. Йөҙ башын саҡырып: – Күптән үлдеме? – тип һораны. 45 Йөҙ башы быны раҫлағас, Пилатос Йософҡа Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт итте. 46 Йософ етен туҡыма һатып алды, кәүҙәне, арҡысаҡтан төшөрөп, уға ураны һәм таш ҡаяла өңөп яһалған ҡәбергә алып барып һалды. Шунан ул ҡәбер ауыҙына бер таш терәп ҡуйҙы. 47 Ә магдалалы Мәрйәм менән Йосестың әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia