Маркус 14 - Изге ЯҙмаБейт-Әниәлә Ғайсаға май һөртөү ( Маҫ 26:2-5 ; Лк 22:1-2 ; Ях 11:45-53 ) 1 Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне. 2 «Тик быны байрам ваҡытында эшләмәйек, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын», – тине улар. 3 Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо. 4 Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә: – Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә? 5 Уны өс йөҙҙән ашыу динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп, ҡатынды әрләй башланы. 6 – Теймәгеҙ уға, – тине Ғайса. – Ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 7 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам. 8 Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне. 9 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр. Йәһүҙәнең хыянаты ( Маҫ 26:14-16 ; Лк 22:3-6 ) 10 Шул осорҙа Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш ҡаһиндар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте. 11 Тегеләр быны ишетеп шатланды, уға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы. Ҡотҡарылыу байрамы ашы ( Маҫ 26:17-30 ; Лк 22:7-23 ) 12 Сөсө икмәк байрамының Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан: – Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар. 13 – Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертенә. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, шуның артынан эйәрегеҙ. 14 Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 15 Ул һеҙгә өҫкө ҡатта йыһазландырылған, әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ. 16 Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне. 17 Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде. 18 Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине. 19 Шәкерттәре, хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы: – Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы. 20 Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы. 21 Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине. 22 Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул. 23 Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте. 24 – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса. 26 Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде. 27 – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған. 28 Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине Ғайса. 29 – Бөтәһе лә Һине ташлаһа ла, мин ташламаясаҡмын! – тине Петрус. 30 – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса. 31 Ләкин Петрус үҙ һүҙендә ныҡ тороп: – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине. Ғайсаның Геҫшемани баҡсаһында доға ҡылыуы ( Маҫ 26:36-46 ; Лк 22:39-46 ) 32 Улар Геҫшемани тигән урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә: – Мин доға ҡылғансы, һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, – тине. 33 Ул Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алды. Уны дәһшәт һәм хәүеф солғап алды. 34 Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ. Уяу булығыҙ! 35 Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән ятып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Мине урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы: 36 – Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәрсе! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын. 37 Ғайса, әйләнеп килеп, уларҙың йоҡлап ятҡанын күрҙе. – Шимғон, йоҡлап ятаһыңмы? Бер генә сәғәт тә уяу ултыра алманыңмы ни? – тине Ул Петрусҡа. – 38 Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ! 39 Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. 40 Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. 41 Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк. 42 Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине. Ғайсаны ҡулға алыу ( Маҫ 26:47-56 ; Лк 22:47-50 ; Ях 18:3-11 ) 43 Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар ебәргән кешеләр бар ине. 44 Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. 45 Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды. 46 Ғайсаны шунда уҡ тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. 47 Ғайса эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. 48 – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? 49 Көн һайын Алла йортонда арағыҙҙа булдым, аң-белем бирҙем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә әйҙә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса. 50 Шул саҡ шәкерттәренең барыһы ла Уны ташлап ҡасып бөттө. 51 Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар, 52 ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте. Ғайса Юғары кәңәшмә алдында ( Маҫ 26:57-68 ; Лк 22:54-55 , 63-71 ; Ях 18:12-13 , 19-24 ) 53 Ғайсаны иң баш ҡаһин алдына алып килделәр. Унда бөтә баш ҡаһиндар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 54 Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. 55 Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. 56 Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. 57 Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп: 58 – Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр. 59 Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне. 60 Шул мәлдә иң баш ҡаһин уртаға сығып Ғайсанан: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. 61 Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш ҡаһин Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны. 62 – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ! 63 Иң баш ҡаһин кейемен йыртып ебәрҙе: – Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? 64 Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта? Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. 65 Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо. Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе ( Маҫ 26:69-75 ; Лк 22:54-62 ; Ях 18:15-18 , 25-27 ) 66 Был ваҡытта Петрус аҫта, ихатала ине. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, 67 усаҡ янында йылынып ултырған Петрусты күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине. 68 Әммә Петрус: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. 69 Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға: – Был кеше – уларҙың береһе, – тине. 70 Петрус тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр. 71 Ә Петрус: – Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. 72 Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia