Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Маркус 12 - Изге Яҙма


Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
( Маҫ 21:33-46 ; Лк 20:9-19 )

1 Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.

2 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән.

3 Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарған.

4 Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр.

5 Тағы береһен ебәргән – уныһын үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр.

6 Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән.

7 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.

8 Уны тотоп үлтергәндәр ҙә йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып ташлағандар.

9 Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер.

10 Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды.

11 Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә?

12 Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып, китеп барҙылар.


Ҡайсарҙыҡы – ҡайсарға, Алланыҡы – Аллаға
( Маҫ 22:15-22 ; Лк 20:20-26 )

13 Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Һируд батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр.

14 Улар килеп: – Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.

15 Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса: – Һеҙ ниңә Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине.

16 Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан: – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны. – Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр.

17 – Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Ғайсаның яуабына уларҙың һушы китте.


Үленән терелеү хаҡында һорау
( Маҫ 22:23-33 ; Лк 20:27-40 )

18 Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр:

19 – Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә берәүҙең туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, башҡа туғаны был тол ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған.

20 Ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән һәм нәҫел ҡалдырмайынса үлеп киткән.

21 Уның ҡатынына икенсе туғаны өйләнгән һәм ул да бала күрмәйенсә үлгән. Өсөнсөһө менән дә тап шулай булған.

22 Ете бер туғандың береһе лә нәҫел ҡалдыра алмаған. Бөтәһенән аҙаҡ ҡатын да вафат булған.

23 Үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!

24 – Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ.

25 Үлгәндәр терелгәс, өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Улар күктәге фәрештәләр кеүек булыр.

26 Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни?

27 Алла – үлеләрҙең түгел, тереләрҙең Аллаһы. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.


Иң мөһим бойороҡ
( Маҫ 22:34-40 ; Лк 10:25-28 )

28 Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп: – Бөтә бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.

29 – Беренсе бойороҡ, – тип яуапланы Ғайса, – «Тыңла, Исраил! Раббы, Аллабыҙ беҙҙең – берҙән-бер Раббы!

30 Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат».

31 Ә икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк бойороҡ юҡ.

32 – Яҡшы әйттең, Остаз, – тине ҡанун белгесе. – «Алла берҙән-бер һәм Унан башҡа Алла юҡ», – тип дөрөҫ әйтәһең.

33 «Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» тотош яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк.

34 Ҡанун белгесенең аҡыллы яуабына Ғайса: – Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине. Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


Мәсих кемдең Улы?
( Маҫ 22:41-46 ; Лк 20:41-44 )

35 Ул, Алла йортонда аң-белем биреүен дауам итеп, былай тип һораны: – Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт Улы тип әйтә?

36 Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән бит.

37 Дауыт үҙе Мәсихте Хакимым тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек Дауыттың Улы була ала? Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.


Ике йөҙлөлөктән киҫәтеү
( Маҫ 23:1-7 ; Лк 11:43-46 ; 20:45-47 )

38 Ул Үҙенең нәсихәтендә: – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәнде,

39 ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа һәм табын түрендә ултырыуҙы ярата.

40 Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә, – тине.


Ярлы тол ҡатындың саҙаҡаһы
( Лк 21:1-4 )

41 Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды.

42 Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ аҡса (бер кодрант) һалды.

43 Ғайса, шәкерттәрен саҡырып, уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды.

44 Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan