Маркус 10 - Изге ЯҙмаИр менән ҡатындың айырылышыуы тураһында ( Маҫ 19:1-9 ) 1 Ғайса, бынан киткәс, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларға аң-белем бирҙе. 2 Фарисейҙар килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар. 3 – Муса һеҙгә нимә ҡушҡан һуң? – тине Ғайса. 4 – Муса ир кешегә, айырылышыу ҡағыҙы яҙып, ҡатынын айырырға рөхсәт иткән, – тине фарисейҙар. 5 – Ул был бойороҡто таш йөрәкле булғанығыҙға күрә яҙған, – тине Ғайса. – 6 Тәүҙән үк, бөтә нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты». 7 «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр 8 һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. 9 Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын. 10 Өйҙә саҡта шәкерттәре был хаҡта Ғайсанан ҡабат һораны. 11 – Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла, – тине Ғайса. – 12 Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла. Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы ( Маҫ 19:13-15 ; Лк 18:15-17 ) 13 Ҡағылып, Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14 Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы. 15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк. 16 Ул балаларҙы ҡосаҡланы ла, ҡулдарын ҡуйып, фатихаһын бирҙе. Байлыҡ һәм ҡотҡарылыу ( Маҫ 19:16-30 ; Лк 18:18-30 ) 17 Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны. 18 – Ниңә һин Мине игелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә игелекле түгел. 19 Һин Уның бойороҡтарын беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит». 20 – Остаз, мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине теге. 21 Ғайса уға яратып ҡараны ла: – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине. 22 Теге кеше, был һүҙҙәрҙән ҡайғыға төшөп, китеп барҙы: ул бик бай ине. 23 Ғайса тирә-яғына ҡараш ташланы ла шәкерттәренә: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын! – тине. 24 Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде. – Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – 25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк. 26 Улар, бик ныҡ аптырап, үҙ-ара: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һөйләштеләр. 27 Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине. 28 Шунда Петрус: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тине. 29 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тип яуапланы Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәр 30 был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар алыр, тик быға өҫтәп эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар. 31 Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, һуңғылар беренсе булыр. Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе ( Маҫ 20:17-19 ; Лк 18:31-33 ) 32 Улар Йәрүсәлимгә китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса, ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә алып китеп, Үҙенең башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы: 33 – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Уны, үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырырҙар. 34 Тегеләр Әҙәм Улын мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин өс көндән Ул терелеп торор. Яҡуп менән Яхъяның үтенесе ( Маҫ 20:20-28 ; Лк 22:24-27 ) 35 Уның янына Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъя килде. – Остаз, теләгебеҙҙе үтәһәң ине, – тине улар. 36 – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? 37 Улар былай тип яуап бирҙе: – Һин шөһрәткә өлгәшкәс, беҙҙе Үҙең менән йәнәшә ултыртһаң ине: беребеҙҙе – уң яғыңа, икенсебеҙҙе – һул яғыңа. 38 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы йәки Мин сумдырылған кеүек сумдырыла алырһығыҙмы? 39 – Алырбыҙ, – тип яуап бирҙе улар. – Мин эсәсәк туҫтаҡтан эсерһегеҙ, Мин сумдырылған кеүек һеҙ ҙә сумдырылырһығыҙ. 40 Ә инде уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Был урындар кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса уларға. 41 Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуп менән Яхъяға асыуҙары килде. 42 Ә Ғайса уларҙы саҡырып былай тине: – Беләһегеҙ бит: халыҡтарҙың етәкселәре тип һаналғандар улар өҫтөнән хакимлыҡ итә, башлыҡтар ҙа уларға баш була. 43 Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын. 44 Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул һәммәгеҙгә ҡол булһын. 45 Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде. Ғайсаның һуҡыр Бартимайҙы һауыҡтырыуы ( Маҫ 20:29-34 ; Лк 18:35-43 ) 46 Улар Йерихо ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ менән Йерихонан сығып барғанда, юл ситендә Бартимай (йәки Тимай улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине. 47 Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! 48 Күптәре уны әрләп, тыйырға тырышты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡабатланы. 49 Ғайса туҡтап: – Саҡырығыҙ уны! – тине. – Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырға килеп әйттеләр. 50 Бартимай, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде. 51 – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр. 52 Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәреп китте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia