Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Маркус 1 - Изге Яҙма


Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
( Маҫ 3:1-12 ; Лк 3:2-16 ; Ях 1:19-28 )

1 Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.

2 Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр.

3 Сүлдә тауыш яңғырай: Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!»

4 Сүлгә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө.

5 Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын асыҡтан-асыҡ танып, уның тарафынан Иордан йылғаһында сумдырылды.

6 Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.

7 Вәғәзендә ул былай тине: – Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен.

8 Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.


Ғайсаның һыуға сумдырылыуы һәм һынау үтеүе
( Маҫ 3:13–4:22 ; Лк 3:21-22 ; 4:1-15 ; Ях 1:32-34 )

9 Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде, һәм Яхъя Уны Иордан йылғаһында һыуға сумдырҙы.

10 Һыуҙан сығыу менән Ғайса күк ҡабағының ярылып китеүен һәм Үҙенә күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төшкәнен күрҙе.

11 Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.

12 Шул мәлдә үк Рух Ғайсаны сүлгә алып китте.

13 Ғайса сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне, ә фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.


Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
( Маҫ 4:12-22 ; Лк 4:14-15 ; 5:2-11 )

14 Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.

15 – Ваҡыт етте, – тине Ул. – Алла Батшалығы яҡынлаша! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ!


Ғайсаның беренсе шәкерттәре
( Маҫ 4:18-22 ; Лк 5:2-11 ; Ях 1:35-42 )

16 Галилея күле буйлап китеп барғанда, Ғайса ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Шимғон менән уның ҡустыһы Әндриасты күрҙе.

17 – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.

18 Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.

19 Ғайса, бер аҙ барғас, Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямай ине.

20 Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зәбәҙәйосты ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан эйәрҙе.


Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
( Лк 4:31-37 )

21 Улар Капернаумға килде. Шәмбе көн тыуғас та Ғайса, ғибәҙәтханаға инеп, йыйылған халыҡҡа аң-белем бирә башланы.

22 Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне.

23 Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға яуыз рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:

24 – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.

25 Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ!

26 Яуыз рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып, эсенән сығып китте.

27 Һәммәһе лә шаҡ ҡатты. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы ғилем… Уның яуыз рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!

28 Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.


Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу
( Маҫ 8:14-16 ; Лк 4:38-44 )

29 Ғибәҙәтхананан Ғайса, Яҡуп һәм Яхъя тура Шимғон менән Әндриастың өйөнә киттеләр.

30 Шимғондың ҡәйнәһе, тотош тәне ҡыҙып, ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға хәбәр иттеләр.

31 Ғайса сирле янына килде, ҡулынан тотоп, торорға ярҙам итте. Ҡатындың тәне яныуҙан туҡтаны. Ул уларға табын әҙерләй башланы.

32 Ә инде кискеһен, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерә башланылар.

33 Бөтөн ҡала халҡы ишек алдына йыйылды.

34 Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙең эсенән ендәрҙе ҡыуып сығарҙы. Ендәргә һөйләнергә рөхсәт итмәне, сөнки ендәр Ғайсаның кем икәнен белә ине.

35 Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә аулаҡ урынға барып доға ҡылды.

36 Шимғон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты.

37 Килеп тапҡас: – Бөтә кеше Һине эҙләй, – тинеләр.

38 – Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға кәрәк. Мин бит шуның өсөн килдем, – тине Ғайса.

39 Ул, ғибәҙәтханаларҙа вәғәздәр һөйләп, кешеләрҙең эсенән ендәрен ҡыуып сығарып, бөтә Галилея буйлап йөрөнө.


Махаулыны һауыҡтырыу
( Маҫ 8:2-4 ; Лк 5:12-16 )

40 Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килде лә алдына тубыҡланып: – Теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.

41 Ғайса уны йәлләне, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине.

42 Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, тәне таҙарҙы.

43-44 Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр, – тип уны ҡайтарып ебәрҙе.

45 Әммә теге кеше, Ғайса янынан киткәс тә, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы, ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды. Шулай ҙа унда ла янына һәр тарафтан халыҡ ағылды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan