Лукас 9 - Изге ЯҙмаҒайсаның ун ике илсеһен хеҙмәткә ебәреүе ( Маҫ 10:5-15 ; Мрк 6:7-13 ) 1 Ғайса, ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, 2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе. 3 Ул шәкерттәренә: – Сәфәргә үҙегеҙ менән бер нәмә лә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тине. – 4 Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ, шунда ҡалығыҙ, шул өйҙән сығып ары китерһегеҙ. 5 Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. 6 Шәкерттәр юлға сыҡты, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөнө. Һирудтың аптырашта ҡалыуы ( Маҫ 14:1-2 ; Мрк 6:14-16 ) 7 Быларҙың барыһы тураһында ишетеп, өлкә идарасыһы Һируд аптырашта ҡалды, сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8 икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләне. 9 Ә Һируд: – Яхъяның башын мин үҙем ҡырҡтырғайным, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораны. Һируд Уны күреү мөмкинлеген эҙләне. Биш мең кешене туйҙырыу ( Маҫ 14:13-21 ; Мрк 6:32-44 ; Ях 6:1-13 ) 10 Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп бирҙе. Ғайса уларҙы Үҙе менән Бейт-Сайда тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып китте. 11 Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәрҙе. Ғайса, халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырҙы. 12 Көн кискә ауышҡас, ун ике шәкерт Уның янына килде: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып, үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит ҡола ялан. 13 – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораны шәкерттәр. 14 Унда ирҙәр генә лә биш меңләп ине. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр кешелек төркөмдәргә бүлеп ултыртығыҙ, – тине. 15 Шәкерттәр шулай эшләне. Бөтәһен дә ултыртып сыҡҡас, 16 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. 17 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы ун ике кәрзингә йыйып алдылар. Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы ( Маҫ 16:13-16 ; Мрк 8:27-29 ) 18 Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, шәкерттәре Уның янында ине. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны. 19 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап бирҙеләр Уға. 20 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул шәкерттәренән. – Һин – Алла Мәсихе, – тип яуапланы Петрус. Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе 21 Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты һәм: 22 – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. 23 Шунан Ғайса уларға былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, көн һайын Миңә эйәрһен. 24 Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 25 Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 26 Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡып торған шөһрәте эсендә килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан оялыр. 27 Һеҙгә ысынын әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығын күргәнсе, үлем татымаҫ. Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе ( Маҫ 17:1-13 ; Мрк 9:2-13 ) 28 Ошо һүҙҙәрҙән һуң һигеҙ көн самаһы үткәс, Ғайса Петрусты, Яхъяны һәм Яҡупты Үҙе менән алып, доға ҡылырға тауға менде. 29 Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп китте, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инде. 30-31 Ҡапыл шөһрәт балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башланы. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр ине. Улар Ғайсаның донъянан китәсәге һәм был эштең Йәрүсәлимдә ғәмәлгә ашырылырға тейешлеге хаҡында һөйләште. 32 Петрусты һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡайны. Улар, уянғас, Ғайсаның шөһрәтен һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күрҙе. 33 Был кешеләр Ғайса эргәһенән китергә торғанда Петрус: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. Тик ул ни әйткәнен үҙе лә белмәй ине. 34 Петрус был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алды. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып китте. 35 Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде. 36 Был тауыш тынғанда Ғайса яңғыҙы ғына ҡалғайны. Шәкерттәр ул көндәрҙә нимә күргәндәре тураһында бер кемгә лә һөйләп йөрөмәне. Яуыз рух эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу ( Маҫ 17:14-19 ; Мрк 9:14-29 ) 37 Икенсе көн шәкерттәре менән тауҙан төшкән Ғайсаны күмәк халыҡ ҡаршы алды. 38 Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырҙы. – 39 Яуыз рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбек сыға. Яуыз рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә сигенә. 40 Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар. 41 – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил, – тине Ғайса. 42 Малай килеп етеп килгәндә, ен уны ергә атып бәрҙе лә, баланың тәне ҡороша башланы. Ғайса иһә яуыз рухты тыйҙы һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырҙы. 43 Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалды. Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул шәкерттәренә: Ғайсаның үлеп тереләсәге тураһында ҡабат әйтеүе ( Маҫ 17:22-23 ; Мрк 9:30-32 ) 44 – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тине. 45 Әммә шәкерттәре Уны аңламаны. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгәйне, шуның өсөн дә төшөнмәнеләр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡтылар. Кем иң бөйөгө? ( Маҫ 18:1-5 ; Мрк 9:33-37 ) 46 Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшә башланы. 47 Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы эргәһенә баҫтырҙы ла: 48 – Был баланы кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң кесеһе – иң бөйөгө, – тине. «Кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы» ( Мрк 9:38-40 ) 49 Яхъя: – Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйтте. 50 – Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тине Ғайса. 51 Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты. 52 Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәрен ебәрҙе. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн, Самария ерендәге бер ауылға килделәр. 53 Әммә, Йәрүсәлимгә юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәнеләр. 54 Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуп менән Яхъя: – Хакимыбыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тинеләр. 55 Ләкин Ғайса әйләнеп ҡараны ла уларҙы тыйҙы. 56 Улар икенсе ауылға юл тотто. Ғайсаға эйәреү ( Маҫ 8:19-22 ) 57 Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәште. 58 – Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 59 Ә икенсеһенә: – Миңә эйәр! – тине. Уныһы: – Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораны. 60 Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине. 61 Тағы берәүһе: – Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенде. 62 Ләкин Ғайса уға: – Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia