Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 8 - Изге Яҙма


Ғайса менән бергә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.

2 Ғайса яуыз рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете яуыз рух ҡыуып сығарылған магдалалы тип йөрөтөлгән Мәрйәм,

3 Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.


Сәсеүсе хаҡында ҡисса
( Маҫ 13:1-23 ; Мрк 4:1-20 )

4 Төрлө ҡалаларҙан Үҙенең янына бик күп халыҡ йыйылғас, Ғайса уларға кинәйәле ҡисса һөйләне:

5 – Бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына ҡойолоп тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөткән.

6 Ҡайһы береһе ташлы ергә төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған.

7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған.

8 Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырҙы.

9 Шәкерттәре Унан: – Был кинәйәле ҡисса нимә аңлата? – тип һораны.

10 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар, «ҡарап та, күрмәһендәр, тыңлап та, аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.

11 Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе.

12 Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә.

13 Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.

14 Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.

15 Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.


Шәм һәм яҡтылыҡ хаҡында ҡисса
( Мрк 4:21-25 )

16 Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар.

17 Сөнки фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер сер ҙә булмаясаҡ.

18 Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.


Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
( Маҫ 12:46-50 ; Мрк 3:31-35 )

19 Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алманы.

20 Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткерҙеләр.

21 Ғайса уларға: – Минең әсәйем менән туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап бирҙе.


Дауылды туҡтатыу
( Маҫ 8:23-27 ; Мрк 4:35-41 )

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге ярына сығайыҡ, – тине. Улар ҡуҙғалды.

23 Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап китте. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелде, һәм кәмә эсенә һыу тула башланы, кәмәләгеләргә хәүеф янай ине.

24 Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, Остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уяттылар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйҙы һәм, улар туҡтағас, тынлыҡ урынлашты.

25 Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораны. Ҡурҡыуға төшкән шәкерттәр хайран ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиеште.


Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
( Маҫ 8:28-34 ; Мрк 5:1-20 )

26 Улар күлдең аръяғына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп етте.

27 Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килде. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй ине һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәп йөрөнө.

28 Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.

29 Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны. Яуыз рух был әҙәмде күптән яфалаған. Сынйырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла, ул бығауҙарҙы өҙгән һәм эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған.

30 Ғайса унан: – Исемең кем? – тип һораны. – Ғәскәр, – тип яуап бирҙе ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп ине.

31 Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен ялбара башланы.

32 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораны. Ғайса рөхсәт итте.

33 Теге кешенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингәс, көтөү сабып китте лә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлде.

34 Барыһын да күреп торған сусҡа ҡараусылар ҡалаға йүгерҙеләр, унда ла, ауылдарҙа ла барыһын да һөйләп бирҙеләр.

35 Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.

36 Быларҙың барыһын да күреп торған кешеләр ен эйәләшкән ирҙең нисек һауыҡҡанын уларға һөйләп бирҙе.

37 Гераса төбәгендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алды, шуның өсөн улар Ғайсаның был ерҙәрҙән китеүен һораны. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,

38 эсенән ендәре сыҡҡан кеше уны ла Үҙе менән алыуын һорап ялбарҙы. Әммә Ғайса:

39 – Өйөңә ҡайт та Алла һинең өсөн нимә эшләгәнде һөйлә, – тип уны ҡайтарып ебәрҙе. Был әҙәм Ғайсаның уға нимәләр эшләгәнен ҡала буйлап һөйләп йөрөнө.


Яйростың ҡыҙы һәм Ғайсаның кейеменә ҡағылған ҡатын
( Маҫ 9:18-26 ; Мрк 5:21-43 )

40 Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алды. Уны бөтәһе лә көтә ине.

41 Шул саҡ Яйрос исемле ғибәҙәтхана башлығы Ғайса янына килде лә, аяҡтарына йығылып, өйөнә барырға ялынды.

42 Яйростың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине. Яйростың өйөнә тиклем Ғайса төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлаған халыҡ уртаһында барҙы.

43 Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Бар мөлкәтен табиптарға сарыф итеп бөтөрһә лә, береһе лә уны һауыҡтыра алмағайны.

44 Шул ҡатын, артынан килеп, Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылғайны, ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны.

45 – Миңә кем ҡағылды? – тип һораны Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петрус: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлай, – тине.

46 – Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тине Ғайса.

47 Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килде лә Уның аяғына йығылды. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та һауығыуы тураһында бөтә халыҡ алдында һөйләп бирҙе.

48 Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тине.

49 Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, Остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйтте.

50 Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, бары ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ, – тине.

51 Яйростың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрустан, Яхъянан һәм Яҡуптан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәне.

52 Бөтәһе лә үкһеп иланы. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине.

53 Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлә башланы.

54 Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотто ла: – Балам, тор! – тип өндәште.

55 Ҡыҙға йән ҡайтты, һәм ул шунда уҡ урынынан торҙо. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушты.

56 Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалды. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan