Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 7 - Изге Яҙма


Йөҙ башының ышанысы
( Маҫ 8:5-13 )

1 Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килде.

2 Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине.

3 Йөҙ башы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәрҙе.

4 Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораны: – Йөҙ башы Һинең ярҙамыңа лайыҡ,

5 сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.

6 Ғайса аҡһаҡалдар менән китте. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙ башы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәрҙе һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушты. –

7 Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығасаҡ.

8 Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә; икенсеһенә «кил» тиһәм, килә; хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

9 Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп: – Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Исраил халҡында ла был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тине.

10 Ебәрелгән кешеләр, әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанын күрҙеләр.


Тол ҡатындың үлгән улын терелтеү

11 Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға китте. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барҙы.

12 Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине.

13 Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тине.

14 Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса.

15 Үлгән егет тороп ултырҙы, һөйләшә башланы. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып бирҙе.

16 Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.

17 Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды.


Ғайса һәм Сумдырыусы Яхъя
( Маҫ 11:2-19 )

18 Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп бирҙе. Яхъя ике шәкертен саҡырып алды ла

19 уларҙы Раббы Ғайсаға ебәрҙе: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушты.

20 Улар Ғайса янына килгәс: – Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тинеләр.

21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне.

22 Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.

23 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап бирҙе.

24 Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?

25 Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит затлы кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында була.

26 Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк.

27 Уның тураһында Изге Яҙмала: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.

28 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.

29 Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.

30 Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартты. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡты.

31 Ғайса тағы былай тине: – Шулай итеп, был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була?

32 Улар: «Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ, ә һеҙ иламанығыҙ», – тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған.

33 Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ.

34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.

35 Әммә Алла аҡылы уны ҡабул иткән бөтә кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.


Ғайса фарисей Шимғондың өйөндә
( Маҫ 26:6-13 ; Мрк 14:3-9 ; Ях 12:1-8 )

36 Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырҙы.

37 Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп килеп инде.

38 Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.

39 Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.

40 Ғайса уға: – Шимғон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тине. – Әйт, Остаз, – тине фарисей.

41 – Ике кеше бер әҙәмгә бурыслы икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке – илле динар.

42 Тегеләр түләй алмағас, ул икеһен дә ғәфү итә. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыныһы уны нығыраҡ яратыр?

43 – Күберәк бурысы ғәфү ителгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап бирҙе Шимғон. Ғайса уға: – Һин дөрөҫ уйлайһың, – тине.

44 Унан, ҡатынға табан борола биреп, һүҙен дауам итте: – Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу ҙа бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды.

45 Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай.

46 Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы.

47 Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.

48 Ә ҡатынға иһә: – Гонаһтарың ғәфү ителде, – тине.

49 Табын артындағылар бер-береһенә: – Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы ғәфү итә, – тиештеләр.

50 Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan