Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 5 - Изге Яҙма


Ғайсаның беренсе шәкерттәре
( Маҫ 4:18-22 ; Мрк 1:16-20 ; Ях 1:40-42 )

1 Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы.

2 Шул ваҡыт Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күреп ҡалды. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөйҙәр ине.

3 Ғайса уларҙың береһенә ултырҙы ла, ә ул кәмә Шимғондыҡы ине, ярҙан бер аҙ китергә һораны һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡты аң-белемгә өйрәтә башланы.

4 Һүҙен тамамлағас, Шимғонға: – Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ! – тине.

5 – Остаз! Беҙ төнө буйы йөрөнөк, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарҙы Шимғон.

6 Шулай эшләнеләр, һәм уларға бик күп балыҡ эләкте, хатта ауҙары бүҫелә башланы.

7 Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырҙы. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙҙы.

8 Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.

9 Балыҡтың күп эләгеүе Шимғон Петрусты ла, уның менән булғандарҙы ла ҡурҡыуға һалды.

10 Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.

11 Балыҡсылар кәмәләрен ярға сығарҙы ла, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп китте.


Махаулыны һауыҡтырыу
( Маҫ 8:2-4 ; Мрк 1:40-44 )

12 Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.

13 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем, таҙарын! Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты.

14 Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты: – Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.

15 Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралды. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылды.

16 Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булды.


Фалиж һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
( Маҫ 9:2-8 ; Мрк 2:3-12 )

17 Бер тапҡыр, Ғайса халыҡҡа аң-белем биргән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултыра ине. Раббы ҡөҙрәте Ғайса менән ине, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.

18 Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килде һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышты.

19 Ләкин халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөрҙөләр.

20 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Дуҫым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.

21 Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?

22 Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. –

23 Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме?

24 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!

25 Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, ятҡан түшәген алып, Алланы данлап, ҡайтып китте.

26 Таң ҡалып, барыһы ла Алланы данланы. Ҡоттары осоуҙан: – Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тинеләр.


Ғайсаның Левиҙе Үҙ артынан саҡырыуы
( Маҫ 9:9-13 ; Мрк 2:14-17 )

27 Ошонан һуң Ғайса был урындан китеп барҙы. Һалым йыйыу урынында ултырған Леви исемле һалым йыйыусыны күреп, уға: – Миңә эйәр, – тине.

28 Леви торҙо ла, бөтә нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.

29 Үҙенең өйөндә Леви Ғайса хөрмәтенә оло табын ҡорҙо. Табынға һалым йыйыусылар һәм башҡа кешеләр ҙә күп килде.

30 Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?

31 – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап бирҙе Ғайса уларға. –

32 Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.


Ураҙа тотоу тураһында һорау
( Маҫ 9:14-17 ; Мрк 2:18-22 )

33 Ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға: – Яхъяның шәкерттәре лә, фарисейҙыҡылар ҙа ураҙаны йыш тота һәм доға ҡыла, ә Һинең шәкерттәрең ашай һәм эсә! – тине.

34 – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтарҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме?

35 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ, – тине Ғайса һәм

36 кинәйә менән һүҙен дауам итте: – Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай.

37 Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр ҙа шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр.

38 Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш.

39 Бер кемдең дә, иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan