Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 4 - Изге Яҙма


Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе
( Маҫ 4:1-11 ; Мрк 1:12-13 )

1 Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып китте.

2 Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты.

3 – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә бойор, – тине Уға Иблис.

4 Ғайса: – «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы.

5 Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек тауға алып менде лә донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡты.

6 – Ошо батшалыҡтарҙың бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡты ла, уларҙың данын да Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам.

7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул.

8 – Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса.

9 Шунан һуң Иблис Ғайсаны Йәрүсәлимгә алып килеп Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы ла: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тине. –

10 Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә Һинең турала хәстәрләп, Һине һаҡларға бойороҡ бирер.

11 Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр».

12 Ғайса уға: – Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыны һынама», – тип әйтелгән, – тип яуапланы.

13 Иблис Ғайсаны һынауҙан туҡтаны ла икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып китте.


Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
( Маҫ 4:12-17 ; Мрк 1:14-15 )

14 Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтты. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.

15 Ул ғибәҙәтханаларҙа, аң-белем биреп, халыҡты өйрәтте, һәм барыһы ла Уға дан йырланы.


Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы
( Маҫ 13:54-58 ; Мрк 6:1-6 )

16 Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килде һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға инде. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,

17 Уға Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең китабын бирҙеләр. Ғайса ҡулъяҙма төргәген һүтеп, ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапты:

18 «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә

19 һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».

20 Ғайса ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире бирҙе лә урынына ултырҙы. Ғибәҙәтханала һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгәйне.

21 – Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙмалағы ошо һүҙҙәр тормошҡа ашты, – тип һөйләй башланы уларға Ғайса.

22 Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.

23 Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ Миңә: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтем менән яуап бирерһегеҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тине.

24 Шунан һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй.

25 Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине,

26 ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһенә лә түгел, ә Сидон илендәге Сарефаҫ ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде.

27 Ильясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.

28 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙан ярһыны.

29 Урындарынан тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сыҡтылар ҙа, түбәнгә ырғытырға тип, ҡала урынлашҡан тауҙың башына алып менделәр.

30 Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән китеп барҙы.


Яуыз рухты ҡыуып сығарыу
( Мрк 1:21-28 )

31 Ул Галилеяның Капернаум ҡалаһына килде һәм шәмбе көнө халыҡты аң-белемгә өйрәтте.

32 Уның өйрәтеүҙәренә бөтәһе лә хайран ҡалды, сөнки Ул хакимдарса һөйләй ине.

33 Ғибәҙәтханала яуыз рух эйәләгән бер кеше бар ине. Ул көслө тауыш менән:

34 – Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.

35 Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте.

36 Был хәлгә бөтәһе лә таң ҡалып: – Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән яуыз рухтарға бойороҡ бирә, һәм улар кешенән сыға, – тип һөйләнделәр.

37 Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.


Ғайса Шимғон өйөндә
( Маҫ 8:14-16 ; Мрк 1:29-38 )

38 Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Шимғондың өйөнә килде. Шимғондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ята ине. Ғайсанан уға ярҙам итеүен һоранылар.

39 Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы.

40 Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы.

41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.

42 Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға китте. Халыҡ Уны эҙләргә кереште, тапҡас, үҙҙәре янында ҡалырға өгөтләне.

43 Әммә Ғайса уларға: – Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тине.

44 Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәз һөйләүен дауам итте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan