Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 3 - Изге Яҙма


Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
( Маҫ 3:1-12 ; Мрк 1:2-8 ; Ях 1:19-28 )

1 Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда,

2 Ханнас менән Ҡаяфас иң баш ҡаһиндар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәрьяһтың улына, Алланан хәбәр килде.

3 Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө.

4 Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ,

5 һәр йырын тулһын, һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ түбәнәйһен; борма юлдар турайһын, һикәлтәле юлдар тигеҙләнһен;

6 шунда йән эйәләренең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».

7 Үҙенең янына һыуға сумдырылырға тип килгән халыҡҡа Яхъя: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ, тине?

8 Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.

9 Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине.

10 Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораны.

11 Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуапланы.

12 Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгәйне: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә? – тинеләр.

13 Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тине.

14 Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя.

15 Халыҡ көсөргәнеш менән көттө, һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйланы.

16 Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

17 Ырҙында ашлыҡ елгәрер өсөн, Ул ҡулына көрәк тотҡан. Бойҙайын, айырып, Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.

18 Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.

19 Яхъя өлкә идарасыһы Һирудты үҙенең ағаһының ҡатыны Һирудиасҡа өйләнгәне һәм башҡа енәйәттәре өсөн фашлағайны.

20 Шуға күрә Һируд, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә япты.


Ғайсаның һыуға сумдырылыуы
( Маҫ 3:13-17 ; Мрк 1:9-11 ; Ях 1:32-34 )

21 Бик күп халыҡ һыуға сумдырылды, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылды. Ул доға ҡылған ваҡытта күк ҡабағы асылып китте лә

22 Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Ғайсаның шәжәрәһе
( Маҫ 1:1-17 )

23 Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы ине. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйланы. Ә Йософ – Ғәли улы,

24 Ғәли – Маҫҫат улы, Маҫҫат – Леви улы, Леви – Мәлки улы, Мәлки – Яннай улы, Яннай – Йософ улы,

25 Йософ – Маттаҫиас улы, Маттаҫиас – Амус улы, Амус – Нахум улы, Нахум – Һесли улы, Һесли – Нағғай улы,

26 Нағғай – Мааҫ улы, Мааҫ – Маттаҫиас улы, Маттаҫиас – Сәмәйн улы, Сәмәйн – Йосих улы, Йосих – Йода улы,

27 Йода – Йоханан улы, Йоханан – Рәса улы, Рәса – Зеруббавел улы, Зеруббавел – Шеалтиил улы, Шеалтиил – Нәри улы,

28 Нәри – Мәлки улы, Мәлки – Адди улы, Адди – Косам улы, Косам – Әлмәдам улы, Әлмәдам – Эр улы,

29 Эр – Йеһошуағ улы, Йеһошуағ – Әлиғәзәр улы, Әлиғәзәр – Йорим улы, Йорим – Маҫҫат улы, Маҫҫат – Леви улы,

30 Леви – Шимғон улы, Шимғон – Йәһүҙә улы, Йәһүҙә – Йософ улы, Йософ – Йонам улы, Йонам – Әлъяҡим улы,

31 Әлъяҡим – Мелеа улы, Мелеа – Менна улы, Менна – Маттаҫа улы, Маттаҫа – Наҫан улы, Наҫан – Дауыт улы,

32 Дауыт – Ишай улы, Ишай – Ғовед улы, Ғовед – Боғаз улы, Боғаз – Салма улы, Салма – Нахшон улы,

33 Нахшон – Ғамминадав улы, Ғамминадав – Админ улы, Админ – Арни улы, Арни – Хесрон улы, Хесрон – Пәрәс улы, Пәрәс – Йәһүҙә улы,

34 Йәһүҙә – Яҡуп улы, Яҡуп – Исхаҡ улы, Исхаҡ – Ибраһим улы, Ибраһим – Терах улы, Терах – Нахор улы,

35 Нахор – Серуг улы, Серуг – Реғу улы, Реғу – Пәләг улы, Пәләг – Ғевәр улы, Ғевәр – Шелах улы,

36 Шелах – Ҡынан улы, Ҡынан – Арпахшад улы, Арпахшад – Шем улы, Шем – Нух улы, Нух – Ләмәх улы,

37 Ләмәх – Меҫушелах улы, Меҫушелах – Ханох улы, Ханох – Йәрәд улы, Йәрәд – Маһалалил улы, Маһалалил – Ҡынан улы,

38 Ҡынан – Әнош улы, Әнош – Шеҫ улы, Шеҫ – Әҙәм улы, Әҙәм – Алланан.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan