Лукас 24 - Изге ЯҙмаҒайсаның үленән терелеүе ( Маҫ 28:1-8 ; Мрк 16:1-8 ; Ях 20:1-8 ) 1 Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә йүнәлде. 2 Килеп еткәс, ҡәберҙе ҡаплап торған таштың ситкә шылдырылғанын күрҙеләр. 3 Әммә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапманылар. 4 Был хәлгә аптырашып торғанда, ҡапыл улар алдында йылтыр кейем кейгән ике ир пәйҙә булды. 5 Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәне. Ә теге ирҙәр: – Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? 6 Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: 7 «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә. 8 Шул саҡ Ғайсаның был һүҙҙәре ҡатындарҙың иҫенә төштө. 9 Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм башҡаларға һөйләп бирҙе. 10 Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Йоанна, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған бүтән ҡатындар хәбәр итте. 11 Әммә уларҙың һүҙҙәре илселәргә буш хәбәр булып тойолдо, улар ышанманы. 12 Шулай ҙа Петрус ҡәбергә ҡарай тороп йүгерҙе. Эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күрҙе. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып китте. Эммаус юлында 13 Ғайсаның ике шәкерте шул уҡ көндә Йәрүсәлимдән ун бер саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Эммаус тигән ауылға табан юл алды. 14 Улар булып уҙған ваҡиғалар тураһында һөйләшеп бара ине. 15 Фекер алышып, һөйләшеп барған саҡтарында уларға Ғайса Үҙе килеп ҡушылды. 16 Әммә, шәкерттәрҙең күҙҙәре томаланғандай булды ла, Ғайсаны таныманылар. 17 Ғайса иһә: – Нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораны. Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтап ҡалдылар. 18 Клеопас исемле берәүһе: – Ошо көндәрҙә Йәрүсәлимдә булған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңдер, – тине. 19 – Ниндәй хәл? – тине Ғайса. Шәкерттәр Уға былай тине: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине. 20 Баш ҡаһиндарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлем язаһына тарттырырға һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тотоп бирҙеләр. 21 Ә беҙ Уны, Исраилды азат итергә тейешле Кеше, тип өмөтләнгәйнек. Был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде. 22 Шуның өҫтәүенә, арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатындар бөтәбеҙҙе лә аптыратты. Улар иртә менән ҡәбер янына барған, 23 әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», – тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр. 24 Унан һуң арабыҙҙан ҡайһы бер кешеләр ҡәбер янына барған һәм хәлдең ҡатын-ҡыҙҙар һөйләгәнсә икәнен күргән, Ғайса унда булмаған. 25 Шул саҡ Ғайса уларға былай тине: – Ниңә шулай аңһыҙһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәргә ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! 26 Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни? 27 Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе. 28 Улар үҙҙәре бара торған ауылға яҡынлашҡас, Ғайса юлында булмаҡсы ине, 29 шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалдылар. Ғайса улар менән бергә өйгә инде. 30 Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе. 31 Шунда шәкерттәрҙең күҙҙәре асылып, Ғайсаны танынылар. Әммә Ул бер кемгә лә күренмәҫ булды. 32 Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ янманымы ни? – тиештеләр. 33 Шунда уҡ тороп, Йәрүсәлимгә ҡайттылар, унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың да йыйылышып торғанын күрҙеләр. 34 Барыһы ла: – Раббы Ғайса, ысынлап та, терелгән һәм Шимғонға күренгән, – тиҙәр ине. 35 Теге ике шәкерт юлдағы хәлде һәм икмәк бүлеп биргән сағында Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп бирҙе. Ғайсаның шәкерттәргә күренеүе ( Ях 20:19-23 ) 36 Улар шул хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә булды. – Именлек һеҙгә! – тине. 37 Шәкерттәр ҡурҡыштан ҡатып ҡалды, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйланылар. 38 Әммә Ғайса: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? 39 Ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙ менән Мине тотоп ҡарағыҙ. Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә Миндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бар, – тине. 40 Быны әйткәс, ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәтте. 41 Тегеләр, шатлыҡтан һәм аптырауҙан һаман ышанмағас, Ғайса: – Ашарға берәй нәмәгеҙ бармы? – тип һораны. 42 Уға бешкән балыҡ киҫәге бирҙеләр. 43 Ғайса уны күҙ алдарында ашағандан һуң: 44 – Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине. 45 Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам итте: 46 – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә, 47 шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш. 48 Һеҙ быларҙың шаһиты. 49 Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ. Ғайсаның күккә олғашыуы ( Мрк 16:19-20 ; Ғмл 1:9-11 ) 50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе. 51 Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды. 52 Шәкерттәр Уға баш эйҙе, шунан ҙур шатлыҡ менән Йәрүсәлимгә ҡайтты. 53 Бынан һуң, Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла йортонда булдылар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia