Лукас 23 - Изге ЯҙмаҒайса Пилатос алдында ( Маҫ 27:11-14 ; Мрк 15:1-5 ; Ях 18:28-37 ) 1 Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилатос янына алып килде. 2 – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар. 3 Пилатос Ғайсанан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. Ғайса иһә: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы. 4 Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине. 5 Әммә улар: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты. Ғайса Һируд алдында 6 Пилатос, Галилея тураһында ишеткәс: – Ул Галилеянанмы ни? – тип һораны. 7 Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине. 8 Һируд Ғайсаны күреп ҡыуанып китте, сөнки күптән инде Уны күргеһе килеп йөрөй ине. Сөнки Һируд, Ғайса тураһында ишетеп, Уның үҙенә ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрһәтеренә өмөтләнде. 9 Ул күп кенә һорауҙар бирҙе, әммә Ғайса бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы. 10 Шунда торған баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны үтә лә тырышып ғәйепләнеләр. 11 Ә Һируд үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилатос янына кире ебәрҙе. 12 Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилатос менән Һируд шул көндән дуҫлашып китте. Ғайсаның үлемгә хөкөм ителеүе ( Маҫ 27:15-26 ; Мрк 15:6-15 ; Ях 18:39–19:16 ) 13 Пилатос иһә, баш ҡаһиндарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып, 14 былай тине: – Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһен дә тапманым. 15 Һируд та ғәйеп тапманы, сөнки Уны беҙгә кире ҡайтарҙы. Шулай итеп, был Әҙәм үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән. 16-17 Шуға күрә, уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм. 18 Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Бараббасты азат ит! – тип ҡысҡыра башланы. 19 Бараббас иһә ҡалалағы фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылғайны. 20 Пилатос, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт итте. 21 Ләкин улар: – Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. 22 Пилатос өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине. 23 Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап итте һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алды. 24 Пилатос уларҙың талабын үтәргә ҡарар итте. 25 Фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған Бараббасты халыҡ һорауы буйынса азат итте, ә Ғайсаны уларҙың ихтыярына тапшырҙы. Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау ( Маҫ 27:32-44 ; Мрк 15:21-32 ; Ях 19:17-27 ) 26 Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Шимғон исемле бер Курене кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалдылар ҙа Ғайса артынан барырға ҡуштылар. 27 Ғайса артынан күмәк кешеләр килә һәм араларында Уны йәлләп үкһеп-үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. 28 Ғайса иһә, боролоп, уларға былай тине: – Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ. 29 «Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған, бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә. 30 Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер. 31 Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай эшләйҙәр икән, ҡороғандарына ни булыр? 32 Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып баралар ине. 33 «Баш һөйәге» тигән урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 34 Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар. 35 Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр. 36 Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡылланы. Ғайсаға яҡын килеп, әсе шарап тәҡдим иттеләр ҙә: 37 – Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тинеләр. 38 Уның баш осона «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйҙылар. 39 Арҡысаҡта аҫылынып торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп: – Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тине. 40 Икенсеһе иһә, киреһенсә: – Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? Һин үҙең дә Уның кеүек үк язаға тарттырылғанһың бит, – тип тегене тыйҙы. – 41 Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тине. 42 Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал. 43 Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тине. Ғайсаның үлеме ( Маҫ 27:45-56 ; Мрк 15:33-41 ; Ях 19:28-30 ) 44 Көн үҙәге ине. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 45 Ҡояш тотолдо, Алла йортондағы пәрҙә уртаға йыртылды. 46 Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырҙы ла йән бирҙе. 47 Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙ башы, Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә булған икән, – тип ҡуйҙы. 48 Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәрен төйә-төйә ҡалаға ҡайтып китте. 49 Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торҙо. Ғайсаны ҡәбергә һалыу ( Маҫ 27:57-61 ; Мрк 15:42-47 ; Ях 19:38-42 ) 50 Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер игелекле һәм тәҡүә кеше бар ине. 51 Ул, Йәһүҙиә ерендәге Аримаҫая ҡалаһынан булып, Алла Батшалығының килгәнен көтә ине. Йософ Юғары кәңәшмәнең ҡарарын һәм ҡылған эшен хупламаны. 52 Ул, Пилатос янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға һораны. 53 Шунан кәүҙәне арҡысаҡтан төшөрҙө лә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем дә һалынмаған ҡәбергә алып барып ҡуйҙы. 54 Байрамға әҙерләнә торған йома көн ине, шәмбе етеп килә ине. 55 Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар, Йософ артынан барып, Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торҙолар. 56 Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләнеләр. Шәмбе көнө, Муса ҡанунында ҡушылғанса, ял иттеләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia