Лукас 22 - Изге ЯҙмаЙәһүҙәнең хыянаты ( Маҫ 26:2-5 , 14-16 ; Мрк 14:1-2 , 10-11 ; Ях 11:45-53 ) 1 Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө икмәк байрамы яҡынлашты. 2 Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне. 3 Шул ваҡыт ун ике шәкерттең береһе булған Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис инде. 4 Йәһүҙә, баш ҡаһиндар менән Алла йортон һаҡлаусыларҙың башлыҡтарына барып, Ғайсаны уларға тотоп биреү тураһында һөйләште. 5 Тегеләре, ҡыуанып, Йәһүҙәгә аҡса бирергә булдылар. 6 Йәһүҙә риза булды һәм Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн форсат көтә башланы. Ҡотҡарылыу байрамы мәжлесенә әҙерлек ( Маҫ 26:17-19 ; Мрк 14:12-16 ) 7 Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө икмәк көнө килеп етте. 8 Ғайса Петрус менән Яхъяны ҡалаға ебәрҙе: – Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ. 9 Улар Ғайсанан: – Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар. 10 – Ҡалаға инеүегеҙ булыр, һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ ҙа ул ингән өйгә инегеҙ, – тип яуапланы Ғайса. – 11 Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Ҡотҡарылыу байрамы ашын шәкерттәрем менән ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 12 Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ. 13 Шәкерттәр китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне. Ҡотҡарылыу байрамы ашы ( Маҫ 26:20-29 ; Мрк 14:17-25 ; Ях 13:21-30 ; 1 Кор 11:23-25 ) 14 Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырҙы. 15 – Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға теләгем бик ҙур ине. 16 Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын, – тине уларға Ғайса. 17 Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ. 18 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен. 19 Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ. 20 Киске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. 21 Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы – Минең ҡулым менән бергә ошо өҫтәлдә. 22 Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! 23 Шәкерттәре бер-береһенән: – Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡыла алыр ине икән? – тип һораша башланылар. Бөйөклөк тураһында бәхәс ( Маҫ 20:25-28 ; 19:28 ; Мрк 10:42-45 ) 24 Шәкерттәр араһында ҡайһыһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡты. 25 Ғайса уларға былай тине: – Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, хакимдар үҙҙәрен «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атай. 26 Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа кем иң олоһо, шул үҙен иң кесе кеүек тотһон. Кем башлыҡ булһа, шул хеҙмәтсе кеүек булһын. 27 Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт иткәнеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәтсе кеүекмен. 28 Мин уҙған бөтә һынауҙарҙа ла һеҙ һәр ваҡыт янымда булдығыҙ. 29 Шуның өсөн, Атам Миңә биргән кеүек үк, Мин дә һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм. 30 Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ. Ғайсаның Петрустың ваз кисәсәге тураһында әйтеүе ( Маҫ 26:33-35 ; Мрк 14:29-31 ; Ях 13:37-38 ) 31 – Шимғон! Шимғон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды. 32 Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа. 33 – Хакимым, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тине Петрус. 34 Ғайса иһә: – Һиңә әйтәм, Петрус: бөгөн таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңде өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине. 35 Шунан шәкерттәренән: – Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораны. – Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап бирҙе шәкерттәр. 36 Ғайса һүҙен дауам итте: – Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары, өҫ кейемдәрен һатып, ҡылыс алһын. 37 Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк. 38 – Хакимыбыҙ! Бында ике ҡылыс бар, – тине шәкерттәр. – Был турала етте! – тине Ғайса. Ғайсаның Зәйтүн тауында доға ҡылыуы ( Маҫ 26:36-46 ; Мрк 14:32-42 ) 39 Ғайса, ҡаланан сығып, ғәҙәттәгесә, Зәйтүн тауына йүнәлде, Уның артынан шәкерттәре лә эйәрҙе. 40 Унда барып еткәс, Ғайса: – Һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тине. 41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды: 42 – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын. 43 Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәне. 44 Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды. 45 Доға ҡылған урынынан тороп, шәкерттәре янына әйләнеп килгәс, уларҙың ҡайғынан талсығып йоҡлап киткәнен күрҙе. 46 – Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тине уларға Ғайса. Ғайсаны ҡулға алыу ( Маҫ 26:47-56 ; Мрк 14:43-50 ; Ях 18:3-11 ) 47 Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтмәне, бер төркөм кеше килеп етте. Төркөмдө ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе, башлап килә ине. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлашты. 48 Ғайса иһә уға: – Йәһүҙә! Һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме? – тине. 49 Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Уға: – Хакимыбыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һораны. 50 Уларҙың береһе, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уң ҡолағын сабып өҙҙө. 51 Әммә Ғайса: – Туҡтағыҙ, етте! – тине лә ҡулы менән ҡағылып хеҙмәтсене һауыҡтырҙы. 52 Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш ҡаһиндарға, Алла йорто һаҡсыларының башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тине. – 53 Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә. Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе ( Маҫ 26:67-75 ; Мрк 14:66-72 ; Ях 18:15-18 , 25-27 ) 54 Ғайсаны тотоп, иң баш ҡаһиндың өйөнә алып килделәр. Петрус, арттараҡ ҡалып, арттарынан эйәреп барҙы. 55 Ихата уртаһында усаҡ яҡтылар, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петрус та урын алды. 56 Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күргәс, текләп ҡарап: – Был да Уның менән булды! – тине. 57 Ләкин Петрус инҡар итеп: – Юҡ, һеңлекәш! Мин Уны белмәйем, – тине. 58 Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрусты абайлап ҡалды: – Һин дә уларҙың береһе бит! Әммә Петрус был кешегә лә: – Юҡ, мин түгелмен, – тип яуап бирҙе. 59 Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү: – Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫланы. 60 Әммә Петрус уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. 61 Раббы Ғайса Петрусҡа боролоп ҡараны, шул саҡ Петрус Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. 62 Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы. Ғайсаны мыҫҡыл итеү 63 Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл итте, туҡманы. 64 Күҙҙәрен ҡаплап: – Пәйғәмбәрлек ит әле: Һиңә кем һуҡты? – тип һоранылар. 65 Бынан башҡа ла Уға күп мәсхәрә һүҙҙәре әйттеләр. Ғайса Юғары кәңәшмә алдында ( Маҫ 26:59-66 ; Мрк 14:55-64 ; Ях 18:19-24 ) 66 Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмәгә йыйылдылар. Ғайсаны улар алдына баҫтырҙылар. 67 – Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һоранылар. Ғайса уларға: – Әгәр әйтһәм, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ. 68 Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ. 69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине. 70 – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тип һораны барыһы ла. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 71 Шунда улар: – Беҙгә тағы бер шаһитлыҡтың нимәгә кәрәге бар? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тинеләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia