Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 21 - Изге Яҙма


Тол ҡатындың биргән хәйере
( Мрк 12:41-44 )

1 Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо.

2 Шунда ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса һалғанын абайлап:

3 – Һеҙгә ысынын әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды.

4 Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине.


Алла йортоноң емереләсәге тураһында
( Маҫ 24:1-22 ; Мрк 13:1-20 )

5 Ҡайһы берәүҙәр Алла йортоноң матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлеүе тураһында һөйләгәндә, Ғайса:

6 – Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тине.


Ахырызаман билдәләре

7 Ғайсанан: – Остаз, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

8 Ғайса былай тине: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Минең исемем менән килеп: «Мин – Улмын», «Ваҡыт етте», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.

9 Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Башта ул ваҡиғалар булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ.

10 Ғайса һүҙен дауам итте: – Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер,

11 көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.

12 Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар.

13 Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер.

14 Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ?» – тип алдан уйламағыҙ.

15 Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.

16 Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр.

17 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.

18 Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә төшмәҫ.

19 Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.


Йәрүсәлимдең емереләсәге тураһында

20 Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.

21 Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен.

22 Был мәлдәр үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр.

23 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк.

24 Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Әҙәм Улының киләсәге тураһында
( Маҫ 24:23-35 ; Мрк 13:21-31 )

25 Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер.

26 Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр.

27 Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.

28 Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡын.

29 Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне: – Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ:

30 уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ.

31 Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ.

32 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр.

33 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


«Уяу булығыҙ»
( Маҫ 24:36-51 ; Мрк 13:32-37 )

34-35 Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.

36 Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.

37 Ғайса көндөҙ Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте, төндәрен иһә, ҡаланан сығып, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәрҙе.

38 Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла йортона йыйылыр булды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan