Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 20 - Изге Яҙма


Ғайсаның вәкәләте кемдән?
( Маҫ 21:23-27 ; Мрк 11:27-33 )

1 Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде.

2 Улар Ғайсанан: – Әйт әле, быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Ул вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны.

3 – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса уларға. – Әйтегеҙ әле:

4 Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме?

5 Тегеләр үҙ-ара фекер алышты: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.

6 Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.

7 Ахырҙа: – Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар.

8 – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.


Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
( Маҫ 21:33-46 ; Мрк 12:1-12 )

9 Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләне: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан да, уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙайлы ваҡытҡа ситкә сығып киткән.

10 Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарып ебәргән.

11 Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡайтарып ебәргән.

12 Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар.

13 Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған.

14 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек, шунда уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр.

15 Шунан уны йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр. Инде баҡса хужаһы уларҙы нимә эшләтер?

16 Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Быны ишеткәндәр: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тиештеләр.

17 Ғайса уларға текләп ҡараны ла былай тине: – Изге Яҙмалағы: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды», – тип яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң?

18 Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.

19 Баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре, был ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты.


Ҡайсарға – ҡайсарҙыҡы, Аллаға – Алланыҡы
( Маҫ 22:15-22 ; Мрк 12:13-17 )

20 Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.

21 Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.

22 Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны.

23 Ғайса уларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:

24 – Ҡайҙа, Миңә бер динар күрһәтегеҙ әле. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны. – Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап бирҙеләр.

25 Ғайса уларға: – Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине.

26 Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын таба алманылар. Уның яуабына иҫтәре китеп, шымып ҡалдылар.


Үленән терелеү тураһында һорау
( Маҫ 22:23-33 ; Мрк 12:18-27 )

27 Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре Ғайса эргәһенә килде һәм шундай һорау бирҙе:

28 – Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған.

29 Ете бер туған була. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китә.

30 Уның ҡатынына икенсеһе лә,

31 өсөнсөһө лә, ҡалғандары ла өйләнә, әммә ете туғандың береһе лә бала ҡалдырмай үлеп ҡала.

32 Аҙаҡ ҡатын да вафат була.

33 Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!

34 Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Был донъя кешеләре өйләнә, кейәүгә сыға.

35 Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы һаналғандар өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ.

36 Инде үлә лә алмаҫтар, сөнки улар фәрештәләр кеүек булырҙар. Улар – Алла балалары, сөнки уларҙы Алла үленән терелтте.

37 Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы тип тә атаған.

38 Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере.

39 Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берәүҙәре: – Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тине.

40 Бынан һуң улар Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


Мәсих кемдең Улы?
( Маҫ 22:41-46 ; Мрк 12:35-37 )

41 Ғайса иһә уларға былай тине: – Ни өсөн Мәсихте Дауыт Улы тип әйтәләр?

42-43 Дауыт үҙе үк Зәбүр китабында: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән.

44 Әгәр Дауыт Уны Хакимым тип атай икән, нисек инде Мәсих Дауыттың Улы була ала?


Ҡанун белгестәренән һаҡланырға ҡушыу
( Маҫ 23:1-7 ; Мрк 12:38-39 )

45 Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине:

46 – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәндәрен хуш күрә, ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа һәм табын түрендә ултырыуҙы ярата.

47 Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan