Лукас 2 - Изге ЯҙмаҒайсаның тыуыуы ( Маҫ 1:18-25 ) 1 Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға. 2 Сүриәгә Курениос идара иткән заманда был тәүләп үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу була. 3 Иҫәпкә алыныр өсөн һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтты. 4 Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине. 5 Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барҙы. Мәрйәм ауырлы ине. 6 Улар Бейт-Ләхәмдә саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле етте. 7 Мәрйәм үҙенең баш балаһын – Улын тыуҙырҙы һәм, йүргәккә төрөп, Уны мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡ йортонда уларға урын юҡ ине. Көтөүселәр һәм фәрештәләр 8 Яҡындағы яланда көтөүселәр төнөн үҙҙәренең һарыҡ көтөүен һаҡлап ята ине. 9 Ҡапыл улар алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды, һәм уларҙы Раббының данлы балҡышы солғап алды. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡты. 10 – Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: 11 Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким. 12 Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр. 13 Ҡапыл фәрештә янында күк ғәскәре – күп һанлы фәрештәләр пәйҙә булды, улар Алланы данланы: 14 – Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын! 15 Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, Бейт-Ләхәмгә барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тинеләр. 16 Улар ашығып Бейт-Ләхәмгә килде, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапты. 17 Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп бирҙеләр. 18 Көтөүселәрҙең һөйләгәнен барыһы ла хайран ҡалып тыңланы. 19 Мәрйәм иһә быларҙы йөрәгенә һалып ҡуйҙы һәм уйланып йөрөнө. 20 Көтөүселәр, ишеткән-күргәндәренең бөтәһе өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтты. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булды. Ғайсаны Раббы алдына килтереү 21 Һигеҙенсе көндө, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡуштылар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргәйне. 22 Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Йәрүсәлимгә алып барҙы, 23 сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылғайны. 24 Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, улар ике алатубаны йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш ине. Шимғондың фатихаһы һәм вәғәзе 25 Ошо ваҡытта Йәрүсәлимдә Шимғон исемле тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән бер кеше бар ине. Ул Исраилға йыуаныс килерен көтөп ғүмер итте, Изге Рух менән һуғарылғайны. 26 Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була. 27 Шимғон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла йортона килде. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында билдәләнгән йоланы үтәргә тип бәпес Ғайсаны Алла йортона алып килгәс, Шимғон 28 Уны ҡулдарына алды ла, Алланы данлап, былай тине: 29 – Хәҙер инде, бөйөк Хаким, ҡолоң был донъянан тыныс китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең. 30-31 Бөтә халыҡтар алдындаҺин әҙерләгән ҡотолоуҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. 32 Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ, халҡың Исраилдың Даны. 33 Ғайсаның атаһы менән әсәһе Шимғондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренән ғәжәпкә ҡалды. 34 Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр, 35 шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең йөрәгеңде ҡылыс сәнсеп үтер, – тине. 36 Унда Ашер нәҫеленән Ханна пәйғәмбәр – Пенуилдың ҡыҙы ла бар ине. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп 37 тол ҡалған, һәм әле ул һикһән дүрт йәштә ине. Ханна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт итте. 38 Ошо ваҡытта Ханна, улар янына килеп, Алланы данлап, Йәрүсәлимдең ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп бирҙе. 39 Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып китте. 40 Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды. Ун ике йәшлек Ғайса Алла йортонда 41 Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына бара торғайны. 42 Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға китте. 43 Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡты, ә үҫмер Ғайса Йәрүсәлимдә торҙо ла ҡалды. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәне, 44 башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйланы. Бер көнлөк юлды үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башланылар. 45 Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп, Йәрүсәлимгә кире килделәр. 46 Өс көндән һуң Уны Алла йортонда килеп таптылар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултыра ине. 47 Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалды. 48 Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны. – Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк. 49 – Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. 50 Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаны. 51 Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы. 52 Ғайса иһә үҫте, аҡыл тупланы, Алланың да, кешеләрҙең дә ихтирамын ҡаҙанды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia