Лукас 19 - Изге ЯҙмаҒайса һәм Зәкхәйос 1 Ғайса, Йерихоға инеп, уның аша үтеп бара ине. 2 Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәкхәйос исемле бай кеше йәшәй ине. 3 Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышты, ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алманы. 4 Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип, алға йүгереп сыҡты ла ҡырағай инжир ағасына менеп ултырҙы. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш ине. 5 Ғайса унда килеп еткәс, күтәрелеп ҡараны ла: – Зәкхәйос! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тине. 6 Зәкхәйос тиҙ генә төштө лә Ғайсаны шатланып өйөнә алып ҡайтты. 7 Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды. 8 Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине. 9 – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тине Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит. 10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде. Хеҙмәтселәргә бирелгән аҡсалар хаҡында ҡисса ( Маҫ 25:14-30 ) 11 Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләне. Ул Йәрүсәлимгә яҡынлашҡайны, ә халыҡ, оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш, тип уйлай ине. 12 Ғайса былай тине: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан. 13 Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланып табыш алығыҙ», – тигән. 14 Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән. 15 Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса биргән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғанын белешер өсөн, уларҙы үҙенең янына саҡырырға ҡушҡан. 16 Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. 17 Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. 18 Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. 19 Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идара ит», – тигән. 20 Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом. 21 Һин бит аяу белмәҫ кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. 22 Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит! 23 Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем», – тигән. 24 Шунан янындағыларға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанына бирегеҙ», – тип ҡушҡан. 25 Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. 26 Хужа уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. 27 Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған. Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе ( Маҫ 21:1-9 ; Мрк 11:1-10 ; Ях 12:12-19 ) 28 Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Йәрүсәлимгә табан юл тотто. 29 Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге менән Бейт-Әниә ауылдарына яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәрҙе: 30 – Ҡаршылағы ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем менмәгән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 31 Әгәр берәйһе: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ. 32 Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапты. 33 Улар йәш ишәкте бауҙан ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары: – Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны. 34 Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тинеләр. 35 Ишәкте Ғайса янына алып килделәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырҙылар. 36 Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне. 37 Ғайса Зәйтүн тауынан Йәрүсәлимгә табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн ҡыуанышып, көслө тауыштар менән Алланы данлай башланылар: 38 – Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан! 39 Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға: – Остаз, шәкерттәреңде тый! – тине. 40 Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуапланы. Ғайсаның Йәрүсәлим өсөн илауы 41 Ғайса, Йәрүсәлимгә яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн иланы: 42 – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң ине! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. 43 Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. 44 Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең. Алла йортон таҙартыу ( Маҫ 21:12-16 ; Мрк 11:15-18 ; Ях 2:13-22 ) 45 Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы ҡыуып сығарырға кереште. 46 – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто булыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине. 47 Ғайса көн һайын Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте. Баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны һәләк итергә әмәл эҙләне. 48 Әммә быны нисек атҡарырға белмәнеләр, сөнки Ғайсаның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған халыҡ Уның менән ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia