Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 18 - Изге Яҙма


Тол ҡатын һәм хөкөмдар

1 Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:

2 – Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән.

3 Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән, һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Мине дошманымдан яҡла», – тип ялбарған.

4 Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ, ниһайәт: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да,

5 ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен», – тип уйлаған.

6 Раббы Ғайса һүҙен былай тип тамамланы: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме?

7 Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын?

8 Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгән сағында ерҙә иман табырмы икән?


Фарисей менән һалым йыйыусы

9 Үҙҙәренең тәҡүәлегенә ышанып, башҡаларға түбәнһетеп ҡараған ҡайһы бер кешеләргә Ғайса ошондай ҡисса һөйләне:

10 – Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы икән.

11 Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.

12 Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм».

13 Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.

14 Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
( Маҫ 19:13-15 ; Мрк 10:13-16 )

15 Ғайса ҡағылып Үҙенең фатихаһын бирһен өсөн, Уның янына бәләкәй балаларын да алып килделәр. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләне, үткәрмәне.

16 Ғайса иһә балаларҙы янына саҡырып: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.

17 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк, – тине.


Ғайса һәм бай
( Маҫ 19:16-29 ; Мрк 10:17-30 )

18 Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.

19 – Ниңә һин Мине игелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә игелекле түгел.

20 Уның бойороҡтарын беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ бирмә, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит».

21 Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине.

22 Быны ишеткәс, Ғайса былай тине: – Һиңә тағы бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр.

23 Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төштө: ул бик бай ине.

24 Ғайса, уның ҡайғырғанын күреп, былай тине: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын!

25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк.

26 Быны ишетеүселәр: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораны.

27 – Кешеләр өсөн мөмкин булмаған нәмә Алла өсөн мөмкин, – тине Ғайса.

28 Петрус иһә: – Бына, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, беҙ Һиңә эйәрҙек, – тине.

29 Ғайса тыңлаусыларға өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем

30 был донъяла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.


Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе
( Маҫ 20:17-19 ; Мрк 10:32-34 )

31 Ғайса ун ике шәкертен ситкә алып китеп: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.

32 Ул мәжүсиҙәр ҡулына тотоп биреләсәк, улар Уны мыҫҡыллар, хурлар һәм өҫтөнә төкөрөр,

33 Уны ҡамсыларҙар һәм үлтерерҙәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор, – тине.

34 Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаны, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайсаның әйткәндәренә төшөнмәнеләр.


Һуҡыр хәйерсене һауыҡтырыу
( Маҫ 20:29-34 ; Мрк 10:46-52 )

35 Ғайса Йерихоға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултыра ине.

36 Эргәһенән күмәк кеше үтеп барғанын ишетеп: – Нимә булды? – тип һораны.

37 – Назаралы Ғайса үтеп бара, – тинеләр уға.

38 Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

39 Алда барғандар, уны әрләп, тыйырға тырышты, әммә ул: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырыбыраҡ ҡабатланы.

40 Ғайса, туҡтап, уны Үҙенең янына килтерергә ҡушты. Һуҡыр килгәс:

41 – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны. – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тине һуҡыр.

42 Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.

43 Һуҡыр шунда уҡ күрә башланы һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп китте. Быны күреп торған кешеләрҙең бөтәһе лә Аллаға маҡтау яуҙырҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan