Лукас 17 - Изге ЯҙмаИман һәм гонаһ ( Маҫ 18:6-7 , 15 , 21-22 ; Мрк 9:42 ) 1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Гонаһҡа этәргән нәмәләр ҡотолғоһоҙ, әммә бүтәндәрҙе гонаһҡа этәреүсегә – ҡайғы. 2 Был кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 3 Ҡылған эштәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Туғаның һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. 4 Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит. 5 Илселәр Раббы Ғайсаға: – Иманыбыҙҙы арттыр, – тинеләр. 6 Раббы Ғайса былай тине: – Әгәр һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине. 7 Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән? 8 Киреһенсә, уға: «Миңә киске аш әҙерлә, унан, билеңде быуып, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме? 9 Ҡушылғанды үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? 10 Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ – бары хеҙмәтселәр генә, эшләргә тейеш булғанды башҡарҙыҡ», – тип әйтегеҙ. Махау сирле ун кешене һауыҡтырыу 11 Ғайса, Йәрүсәлимгә барышлай, Самария һәм Галилея сиге буйлап үтте. 12 Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршыланы. Улар алыҫта уҡ туҡтап, 13 көслө тауыш менән: – Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырҙы. 14 Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, ҡаһиндарға күренегеҙ, – тине. Махау сирлеләр унда китеп барышлай уҡ таҙарынды. 15 Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та кире килеп, ҡысҡырып Алланы данланы, 16 Ғайсаның аяғына йығылып, Уға рәхмәт әйтте. Был Самария кешеһе ине. 17 Шул саҡ Ғайса: – Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? 18 Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, сит ер кешеһенән башҡалары кире килмәнеме ни? – тип һораны. 19 Ә теге әҙәмгә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Алла Батшалығы киләсәк мәл тураһында ( Маҫ 24:23-51 ) 20 Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан киләсәге тураһында һораны. – Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тине Ғайса. – 21 «Бына, бында ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа. 22 Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Әҙәм Улының көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. 23 Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр. Әммә һеҙ улар әйткән ергә бармағыҙ, улар артынан йүгермәгеҙ. 24 Нисек йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтлап китә, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. 25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер. 26 Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ. 27 Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. 28 Лут көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. 29 Әммә Лут Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән. 30 Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. 31 Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ баҫыуҙа булған кеше лә өйөнә ҡайтмаһын. 32 Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 33 Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. 34 Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 35-36 Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 37 Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре: – Хакимыбыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораны. – Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тине Ғайса. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia