Лукас 16 - Изге ЯҙмаНамыҫһыҙ идарасы хаҡында ҡисса 1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Бер бай хужалығында идарасы тотҡан. Байға был кешенең мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында еткерәләр. 2 Бай идарасыһын саҡырып ала ла уға: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан хужалығымда идарасы була алмайһың», – ти. 3 Идарасы үҙ алдына: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам… 4 Әһә, таптым! Хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн, нимә эшләргә кәрәклеген беләм», – тип уйлаған. 5 Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» – тип һораған. 6 Тегеһе уға: «Йөҙ мискә май тейешмен», – тигән. Идарасы: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да, ултырып, тиҙ генә „илле мискә“ тип яҙ», – тигән. 7 Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ бойҙай». Идарасы: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да „һикһән тоҡ“ тип яҙ», – тигән. 8 Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ. 9 Һеҙгә әйтәм: был донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡ бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ. 10 Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр. 11 Әгәр һеҙ был донъяның байлығы менән хаҡ эш итә алмайһығыҙ икән, кем һеҙгә ысын байлыҡты ышанып тапшырыр? 12 Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәнен һеҙгә кем бирер? 13 Бер хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Фарисейҙар һәм ҡанун 14 Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр. 15 Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес. 16 Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала. 17 Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. 18 Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир зина ҡыла; ире айырған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла. Бай һәм Әлғазар хаҡында ҡисса 19 Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул иң ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәр генә кейгән, көн һайын ҙур-ҙур мәжлестәр үткәргән. 20 Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Әлғазар исемле фәҡир ятҡан. 21 Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡ менән булһа ла туҡланырға ымһынған. Эттәр килеп, уның яраларын ялап киткән. 22 Бер көн Әлғазар үлгән, һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ерләгәндәр. 23 Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән. 24 Шул саҡ бай: «Эй атабыҙ Ибраһим! Миңә мәрхәмәтле булып, Әлғазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын. Мин был ялҡында шул тиклем ғазапланам», – тип ҡысҡырған. 25 Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. – 26 Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ». 27 Шул саҡ бай: «Эй ата, улай булғас, зинһар өсөн, Әлғазарҙы атайымдың өйөнә ебәр. 28 Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән. 29 Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән. 30 Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән. 31 Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үлектәрҙең береһе терелеп барһа ла, ышанмаясаҡтар», – тип яуап биргән. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia