Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 13 - Изге Яҙма


«Тәүбәгә килмәһәгеҙ, һәләк булырһығыҙ»

1 Шул саҡ ҡайһы берәүҙәр, Ғайса янына килеп, Пилатос үлтерткән Галилея кешеләре тураһында һөйләне. Ҡорбан килтергән ваҡытта үлтерелгән ул кешеләрҙең ҡаны ҡорбан малының ҡаны менән буталған.

2 Ғайса ул хәлгә ҡарата былай тине: – Был хәлгә тарыған галилеялылар башҡа галилеялыларға ҡарағанда гонаһлыраҡ тип уйлайһығыҙмы?

3 Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.

4 Йәки Шилоах манараһы ауғанда уның аҫтында ҡалып һәләк булған ун һигеҙ кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы?

5 Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.


Емешһеҙ инжир ағасы хаҡында ҡисса

6 Ғайса ошондай ҡисса һөйләне: – Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған.

7 Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, тик таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән.

8 Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор. Мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым.

9 Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың».


Шәмбе көндө ауырыу ҡатынды һауыҡтырыу

10 Ғайса шәмбе көндө бер ғибәҙәтханала өйрәтте.

11 Унда ун һигеҙ йыл буйы яуыз рухтан интеккән, бөкрәйеп бөткән, бөтөнләй турая алмаған бер ҡатын бар ине.

12 Ғайса, уны күреп, Үҙенең янына саҡырып алды ла: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тине.

13 Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы.

14 Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.

15 Раббы Ғайса: – Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай?

16 Ибраһим нәҫеленән булған был ҡатынды Иблис ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Уны шәмбе көндә тышауҙан азат итергә ярамаймы ни? – тип яуапланы.

17 Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялды, ә халыҡ иһә Ул ҡылған бөтә данлы эштәргә шатланды.


Гәрсис орлоғо һәм әсетке
( Маҫ 13:31-32 ; Мрк 4:30-32 )

18 Шунан һуң Ғайса былай тине: – Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Уны нимә менән сағыштырайым?

19 Ул кешенең баҡсаһына ултыртҡан гәрсис орлоғона оҡшаған. Орлоҡ үҫеп еткәс, ағасҡа әүерелә һәм уның ботаҡтарында ҡоштар оя ҡора.

20 Ғайса һүҙен дауам итте: – Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым?

21 Ул ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған.


Тар ишек тураһында ҡисса
( Маҫ 7:13-14 , 22-23 ; 8:11-12 )

22 Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Йәрүсәлимгә юл тотто.

23 Кемдер Унан: – Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән ни? – тип һораны. Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тине:

24 – Бөтә көсөгөҙҙө һалып, тар ишектән инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.

25 Өй хужаһы тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ, тышҡы яҡта ҡалып, ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.

26 Шул саҡ һеҙ: «Беҙ Һинең менән бергә ашаныҡ, эстек, Һин урамдарыбыҙҙа беҙҙе өйрәттең», – тип әйтерһегеҙ.

27 Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тиер.

28 Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.

29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар.

30 Әлеге ваҡытта һуңғы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренселәрҙең ҡайһы берҙәре һуңғы булыр.


Ғайсаның Йәрүсәлим хаҡында көйөнөүе
( Маҫ 23:37-39 )

31 Шул ваҡыт ҡайһы бер фарисейҙар килеп Ғайсаға: – Бынан кит, Һируд Һине үлтерергә теләй, – тине.

32 Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйткәнемде еткерегеҙ.

33 Хәйер, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Йәрүсәлимдән ситтә үлтерелеүе мөмкин түгел.

34 Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!

35 Хәҙер һеҙҙең Изге йортоғоҙ буш ҡаласаҡ. Һеҙгә әйтәм: «Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan