Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 10 - Изге Яҙма


Етмеш ике шәкертте хеҙмәткә ебәреү
( Маҫ 11:21-24 )

1 Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылға уларҙы Үҙенең алдынан икешәрләп сығарып ебәрҙе.

2 Шәкерттәренә Ул былай тине: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен.

3 Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр кеүек ебәрәм.

4 Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ.

5 Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ.

6 Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ.

7 Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.

8 Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итһәләр, алдығыҙға нимә ҡуйыла, шуны ашағыҙ.

9 Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлаша», – тип әйтегеҙ.

10 Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып:

11 «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлаша», – тиерһегеҙ.

12 Һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содомдың хәле ул ҡаланыҡынан еңелерәк булыр.


«Ҡайғы һеҙгә»

13 Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр, ҡыл туҡымаға уранып һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбәгә килерҙәр ине.

14 Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр.

15 Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!

16 Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәргәнде кире ҡаға.


Етмеш ике шәкерттең ҡайтыуы
( Маҫ 11:25-27 ; 13:16-17 )

17 Етмеш ике шәкерт ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтты: – Хакимыбыҙ! Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона!

18 – Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. –

19 Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер нәмә лә зыян килтерә алмаҫ.

20 Әммә яуыз рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.


«Атам барыһын да Миңә тапшырҙы»

21 Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тине: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! Эйе, Атам, был Һинең игелекле ихтыярың ине!

22 Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.

23 Шунан Ғайса, шәкерттәренә боролоп, былай тине: – Һеҙ күргәндәрҙе күргәндәр бәхетле!

24 Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


Изге күңелле Самария кешеһе хаҡында ҡисса
( Маҫ 22:34-40 ; Мрк 12:28-31 )

25 Бына бер ҡанун белгесе урынынан торҙо ла, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тине.

26 – Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораны Ғайса.

27 – «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуапланы ҡанун белгесе.

28 – Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тине Ғайса.

29 Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.

30 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Берәү Йәрүсәлимдән Йерихоға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Юлбаҫарҙар уның кейемен систереп алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән.

31 Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер ҡаһин китеп барған, тик, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән.

32 Шулай уҡ бер леви ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да урап үткән.

33 Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән.

34 Эргәһенә килеп, яраһын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан һуң ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға алып килгән, тәрбиәләгән.

35 Ә икенсе көнөнә, юлға сығырға йыйынғанда, ҡунаҡхана хужаһына ике динар аҡса сығарып биргән дә: «Был кеше тураһында хәстәрлек күр, аҡсаны күберәк тотонорға тура килһә, ҡайтышлай түләрмен», – тигән.

36 Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораны Ғайса.

37 – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуапланы ҡанун белгесе. – Бар, һин дә шулай эшлә, – тине уға Ғайса.


Ғайса Марта менән Мәрйәм янында

38 Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килде. Марта исемле бер ҡатын Уны үҙ өйөндә ҡабул итте.

39 Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.

40 Марта иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләне һәм Ғайса янына килеп: – Хакимым! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенде.

41 – Эй Марта, Марта! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тине уға Ғайса Раббы, –

42 ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan