Левиҙәр 8 - Изге ЯҙмаҺарун менән улдарының ҡаһинлыҡҡа бағышланыуы 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Һарун менән улдарын, кейемдәрен, мәсех майын, гонаһ ҡорбаны өсөн үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе, бер кәрзин сөсө икмәк ал да, 3 барса йәмғиәтте Осрашыу сатыры ауыҙына йый. 4 Муса Раббы бойорғанса эшләне. Йәмғиәт Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылды. 5 Муса уларға: – Раббы бына нимәләр эшләргә бойорҙо, – тине. 6 Шунан Һарун менән улдарын алға сығарып, уларҙы һыу менән йыуындырҙы. 7 Һарунға күлдәк кейҙерҙе, билен быуҙы, ябынса кейҙерҙе, эфод һалды, эфодтың биҙәлгән билғауы менән быуҙы ла, эфодты нығытып ҡуйҙы. 8 Иң өҫтән түшлек кейҙереп, түшлеккә урим менән туммим һалды. 9 Башына сәллә кейҙерҙе, сәллә өҫтөнән маңлайына алтын сәскә рәүешендәге изгелек тажы таҡты. Алла нисек бойорһа, шулай эшләне. 10 Шунан һуң Муса мәсех майы алды, Изге сатырҙы һәм сатыр эсендәге бөтә нәмәне мәсехләп, изгеләндерҙе. 11 Майҙы ете тапҡыр ҡорбан усағына һирпте; ҡорбан усағын, уның бөтә кәрәк-ярағын, йыуынғысты, йыуынғыс таяуын – барыһын да изгеләндерер өсөн мәсехләне. 12 Һарунды изгеләндереү өсөн башына май ҡойоп мәсехләне. 13 Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы, уларға ла күлдәк кейҙерҙе, билдәрен билғау менән быуҙы, баштарына бәйҙәрен бәйләне. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. 14 Шунан гонаһ ҡорбаны булған үгеҙҙе килтерҙе. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйҙы. 15 Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе. 16 Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы. 17 Үгеҙҙе – тиреһен, итен, нәжесен – тупламдан ситкә сығарып яҡты. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. 18 Шунан һуң Муса тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡ тәкәһен алып килде. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы. 19 Муса тәкәне салды, ҡанын ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сыҡты. 20 Тәкә түшкәһен киҫәктәргә тураҡлап башын, киҫәктәрен, эс майын яндырҙы. 21 Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тәкәне тулыһынса ҡорбан усағында яндырҙы. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. 22 Шунан Муса икенсе тәкәне алып килде. Быныһы ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһының тәкәһе ине. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы. 23 Муса тәкәне салды. Бер аҙ ҡанын алып, Һарундың уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөрттө. 24 Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы. Уларҙың да уң ҡолаҡтарының осона, уң ҡулдарының һәм уң аяҡтарының баш бармаҡтарына ҡан һөрттө. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпте. 25 Тәкәнең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн, артҡы уң ботон алды. 26 Шунан Раббы хозурында торған сөсө икмәкле кәрзиндән бер икмәк, зәйтүн майына баҫылған бер икмәк, бер йоҡа көлсә алып, уларҙы малдың майы менән артҡы уң бото өҫтөнә ҡуйҙы. 27 Быларҙың бөтәһен дә Муса Һарун менән улдарының ҡулына һалды. Уларҙы Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтте. 28 Бынан һуң Муса барыһын да уларҙың ҡулынан алып, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбаны өҫтөндә ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһы ҡорбаны итеп яндырҙы. Был – Раббы өсөн ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. 29 Унан һуң Муса түш итен алды. Уны Раббы хозурында өҫкә күтәреп күрһәтте. Был – бағышлау йолаһы ҡорбаны булған тәкәнән Мусаның үҙ өлөшө ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. 30 Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып, Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе. 31 Шунан Һарун менән улдарына: – Итте Осрашыу сатыры ауыҙында бешерегеҙ ҙә шунда ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһы ҡорбаны кәрзинендәге икмәк менән ашағыҙ, – тине, – сөнки миңә: «Уны Һарун улдары менән ашарға тейеш», – тип бойоролдо. 32 Ә ҡалған ит менән икмәкте яндырығыҙ. 33 Бағышланыу көндәрегеҙ тулғанға тиклем, ете көн буйы, Осрашыу сатыры ауыҙынан китмәгеҙ, сөнки бағышланыуығыҙ ете көнгә һуҙылыр. 34 Бөгөн эшләгән һәр нәмәне Раббы һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан паклау өсөн бойорҙо. 35 Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо. 36 Һарун менән улдары Раббының Муса аша еткерелгән бөтә бойороҡтарын да тулыһынса үтәне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia