Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 27 - Изге Яҙма


Нәҙер тураһында ҡанун

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: әгәр ҙә берәйегеҙ Раббыға кем дә булһа берәүҙе бағышлайым, тип нәҙер әйтһә, уны билдәле хаҡҡа йолоп алырға була:

3 егерменән алтмыш йәшкә тиклемге ир-егет өсөн илле шекел көмөш, изге шекел менән;

4 ә ҡатын-ҡыҙ өсөн утыҙ шекел булыр.

5 Биш йәштән егерме йәшкә тиклемге ир заты өсөн – егерме, ҡатын-ҡыҙ өсөн ун шекел тейеш.

6 Бер айлыҡтан алып биш йәшкә тиклемге ир балаға – биш, ҡыҙ балаға өс шекел түләнер.

7 Әгәр алтмыш йәки унан да өлкәнерәк йәштә булһалар, ирҙәр өсөн – ун биш, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – ун шекел.

8 Әгәр ҙә нәҙер әйткән кеше ярлы булып, билдәләнгән хаҡты түләргә хәленән килмәһә, уны ҡаһин алдына баҫтырһындар. Ҡаһин уға мөмкинлегенә күрә хаҡ тәғәйенләр.

9 Әгәр берәү Раббыға ҡорбан итергә яраҡлы малды Уға бағышларға нәҙер итә икән, был мал изге һанала, йәғни Раббыға бағышлана.

10 Уны алмаштырырға, яҡшы урынына насар, насар урынына яҡшы мал бирергә ярамай. Әгәр ҙә берәйһе ундай малды икенсе малға алмаштырһа, уларҙың икеһе лә изге һаналыр.

11 Әгәр ҙә ҡорбанға ярамаған хәрәм мал килтерелһә, ул малды ҡаһин ҡаршыһына ҡуйһындар.

12 Ҡаһин уның сифатына ҡараһын һәм уның яҡшымы, насармы икәнен баһалап, хаҡын билдәләһен; ҡаһин нисек билдәләһә, хаҡ шулай булыр.

13 Әгәр хужаһы малды йолоп алырға теләһә, ҡаһин билдәләгән хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәһен.

14 Әгәр ҙә берәйһе Раббыға үҙенең йортон бағышлаһа, ҡаһин уның сифатын баһалап хаҡ ҡуйыр. Ҡаһин нисек баһалаһа, хаҡ шулай булыр.

15 Бағышлаған кеше йортон йолом түләп алырға теләһә, ҡуйылған хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләр ҙә – йорт уныҡы булыр.

16 Әгәр ҙә берәйһе үҙ биләмәһенән Раббыға баҫыу бағышлаһа, хаҡты унда күпме орлоҡ сәселеүгә ҡарап билдәлә: бер хомер арпа сәселһә, илле шекел көмөш тейеш.

17 Әгәр ул кеше үҙенең баҫыуын Яңырыу йылынан алып бағышлаһа, ерҙең тулы хаҡынан сығып эш итһен.

18 Әгәр ҙә баҫыу Яңырыу йылынан һуң бағышланһа, ҡаһин хаҡты ҡалған йылдар һанына ҡарап иҫәпләр һәм тәғәйенләнгән хаҡты кәметер.

19 Баҫыуын бағышлаған кеше уны йолоп алырға теләһә, ҡуйылған хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләр, шул саҡта баҫыуы үҙенеке булыр.

20 Әгәр йолоп алмаһа, баҫыу башҡа кешегә һатылһа, уны башҡаса йолоп алып булмай.

21 Ул баҫыу Яңырыу йылында хужаһына ҡайтарылмайынса, мәңгегә Раббыға инселәнгән изге баҫыу булып һаналыр һәм ҡаһиндың мөлкәтенә әүерелер.

22 Әгәр ҙә берәйһе Раббыға үҙ биләмәһен түгел, һатып алған баҫыуын бағышлаһа,

23 ҡаһин, Яңырыу йылына тиклем ҡалған йылдар һанына ҡарап, уның хаҡын билдәләр. Кеше был хаҡты шул көндө үк түләргә тейеш, сөнки ул Раббы өсөн изге.

24 Ә Яңырыу йылында баҫыу ырыу биләмәһе булғанға күрә, уны ҡасандыр һатҡан кешегә кире ҡайтарылһын.

25 Бөтә хаҡ изге шекел буйынса билдәләнергә тейеш. Был шекел егерме гераға бәрәбәр.

26 Беренсе булып тыуған малды Раббыға бағышларға ярамай, сөнки ул былай ҙа Раббыныҡы. Эре малмы ул, ваҡ малмы – улар барыһы ла Раббыныҡы.

27 Әммә тәүге мал хәрәм һаналған малдарҙан булһа, кеше билдәләнгән хаҡҡа биштән бер өлөшөн өҫтәп, малды йолом түләп алыр. Әгәр йолоп алынмаһа, ул мал билдәләнгән хаҡ буйынса башҡа берәүгә һатылһын.

28 Кешенең үҙ мөлкәтенән Раббыға бағышланған һис бер нәмә – кешеме, мал-тыуармы, ырыу биләмәһеме – һатылмаясаҡ һәм йолоп алынмаясаҡ. Ә Раббыға инселәнгән һәр нәмә изгеләрҙән-изге.

29 Харам ҡылынған кешене йолом түләп алып булмай, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш.

30 Ерҙән алынған барлыҡ уңыштың һәм ағастарҙан йыйып алынған емештең ундан бер өлөшө – Раббыныҡы, ул Раббының изге өлөшө.

31 Әгәр ҙә берәй кеше үҙенең шул унынсы өлөшөн йолом түләп алырға теләһә, хаҡына биштән бер өлөштө өҫтәһен.

32 Һыйыр малының, ваҡ малдың унынсы өлөшө, көтөүсе таяғы аҫтынан үткән һәр унынсы мал – Раббының изге өлөшө.

33 Хужаһы малды яҡшы һәм насарға айырмаһын, береһен икенсеһенә алыштырмаһын. Алыштырһа, ул малдарҙың икеһе лә изге һаналыр, уларҙы йолом түләп алып булмаясаҡ.

34 Раббы Синай тауында Исраил халҡына Муса аша биргән бойороҡтар ошоларҙан ғибәрәт.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan