Левиҙәр 25 - Изге ЯҙмаЕтенсе йыл 1 Раббы Синай тауында Мусаға былай тине: 2 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәндән һуң, һәр етенсе йыл һайын ерҙе Раббы хөрмәтенә ял иттерегеҙ. 3 Алты йыл баҫыуыңа сәс, алты йыл баҡсаңда йөҙөм ҡыуаҡтарын ҡыҫҡарт һәм уңышыңды йыйып ал. 4 Әммә етенсе йылда ер шәмбе көнөндәге кеүек тулыһынса ял итһен. Был йыл Раббыға бағышланған: баҫыуыңа сәсмә, йөҙөм ҡыуаҡтарыңды ҡыҫҡартма. 5 Бураҙнаңда үҙе үҫеп сыҡҡанды урма, ҡыҫҡартылмаған йөҙөмөңдө йыйма. Был ер өсөн ял итеү йылы булыр. 6 Был шәмбе йылында ерҙә нимә үҫеп сыға, шул һеҙгә ашарға ризыҡ булыр; үҙеңә лә, ҡолоңа ла, ҡолиәңә лә, ялсыңа ла, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә, 7 мал-тыуарыңа ла, ереңдәге кейек-януарҙарға ла аҙыҡ булыр. Яңырыу йылы 8 Ете йыл һайын ҡабатланған Шәмбе йылдарының ете тапҡыр үткәнен һанағыҙ – йәмғеһе ҡырҡ туғыҙ йыл булыр. 9 Шунан етенсе айҙа, айҙың унынсы көнөндә, йәғни Гонаһтарҙан пакланыу көнөндә, бөтә илегеҙҙә мөгөҙ борғолар ҡысҡыртығыҙ. 10 Илленсе йылды изге итегеҙ һәм илегеҙҙә йәшәүселәрҙең бөтәһенә лә азатлыҡ бирегеҙ. Был һеҙҙең өсөн Яңырыу йылы булһын. Һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ нәҫеленә ҡайтһын. 11 Илленсе йыл һеҙҙең өсөн Яңырыу йылы буласаҡ. Ул йылды сәсмәгеҙ, урмағыҙ, ерҙә үҙе үҫеп сыҡҡанды, йөҙөмдөң ҡыҫҡартылмаған ботаҡтарындағы тәлгәштәрҙе йыйып алмағыҙ. 12 Сөнки был – Яңырыу йылы, һеҙҙең өсөн изге булһын. Баҫыуҙа үҙе үҫеп сыҡҡанды ғына ашағыҙ. 13 Яңырыу йылында һәр кем үҙ биләмәһенә ҡайтыр. 14 Әгәр үҙегеҙҙең халыҡтан берәйһенә ер һатһағыҙ йәки үҙегеҙ һатып алһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. 15 Ерҙе һатып алғанда, Яңырыу йылынан һуң нисә йыл үткәнен һана. Баҫыуын һиңә һатҡан кеше Яңырыу йылына тиклем нисә йыл буйы был баҫыуҙан уңыш алып буласағын иҫәпләһен. 16 Ҡалған йылдар һаны күберәк булған һайын, хаҡ юғарыраҡ, аҙыраҡ булған һайын – түбәнерәк, сөнки ул һиңә йыллыҡ уңышты һата. 17 Бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Аллаңдан ҡурҡ, сөнки Аллағыҙ Раббы – Мин. 18 Күрһәтмәләремде үтәгеҙ, ҡағиҙәләремде тотоғоҙ һәм ғәмәлгә ашырығыҙ, шул саҡта был ерҙә имен йәшәрһегеҙ. 19 Ер емештәрен бирер, ә һеҙ туйғансы ашарһығыҙ, имен ғүмер итерһегеҙ. 20 Әгәр: «Сәсмәгән һәм урмаған етенсе йылда нимә ашарбыҙ?» – тип һораһағыҙ, 21 алтынсы йылда һеҙгә Үҙемдең бәрәкәтемде күндерермен һәм ер һеҙгә өс йылға етерлек уңыш бирер. 22 Һигеҙенсе йылда сәсерһегеҙ, әммә элекке уңышығыҙҙы туғыҙынсы йылға тиклем ашарһығыҙ. Яңы уңыш өлгөргәнгә тиклем элеккеһе менән ризыҡланырһығыҙ. 23 Ерегеҙ бөтөнләйгә һатылмаһын, сөнки ул Минеке. Һеҙ – бары тик килмешәк һәм Минең ҡунағымһығыҙ. 24 Биләгән бөтә ерҙәрегеҙҙә ырыу биләмәләрен кире һатып алыу хоҡуғын һаҡларға тейешһегеҙ. 25 Әгәр ҙә ҡәрҙәшең фәҡирләнһә һәм биләмәһен һатһа, иң яҡын туғаны түләп, ул биләмәне кире ҡайтарып алһын. 26 Әгәр йолом түләп алырҙай туғаны булмаһа, хәлләнгәс, үҙе түләрлек аҡса йыйһа, 27 ерен һатҡандан һуң үткән йылдарҙы хисаплар һәм, ҡалған өлөштө ерен һатып алған кешегә түләп, биләмәһен ҡабат алыр. 28 Әгәр йолоп алырға мөмкинлеге булмаһа, ере һатып алған кешелә Яңырыу йылына тиклем ҡалыр. Яңырыу йылында биләмәһе йәнә үҙенә кире ҡайтыр. 29 Әгәр ҙә берәйһе диуар менән уратылған ҡалала йортон һатһа, һатҡанына бер йыл тулғанға тиклем уны йолом түләп алырға хоҡуғы бар. Бер йыл дауамында ҡабат һатып алып була уны. 30 Әгәр бер йыл эсендә өйөн кире һатып алмаһа, диуар менән уратылған ҡалалағы йорт бөтөнләйгә уны һатып алыусының һәм уның нәҫелдәренең мөлкәтенә әйләнер. Ул Яңырыу йылында ҡабат ҡайтарылмаҫ. 31 Ә диуар менән уратылмаған төйәктәрҙәге йорт баҫыу менән тиң һанала. Һатҡан кешенең уны йолом түләп алыу хоҡуғы булһын һәм Яңырыу йылында өй кире ҡайтарылһын. 32 Ләкин левиҙәр үҙҙәренә тәғәйенләнгән ҡалаларҙа өйҙәрен һәр ваҡыт кире һатып алыу хоҡуғына эйә. 33 Әгәр ҙә берәйһе левиҙән өй һатып алһа, левиҙәр ҡалаһындағы был йорт Яңырыу йылында яңынан уларға күсәсәк. Сөнки леви ҡалаларындағы өйҙәр – уларҙың Исраил халҡы араһындағы мөлкәте. 34 Әммә левиҙәрҙең ҡалалары янындағы көтөүлектәр һатылырға тейеш түгел, сөнки улар – левиҙәрҙең мәңгелек милке. 35 Әгәр ҙә халҡыңдан берәйһе ярлыланып, үҙен-үҙе тәьмин итә алмаһа, уға ярҙам ит. Ул һеҙҙең арағыҙҙа ситтән килгән кеше йәки килмешәк кеүек йәшәһен. 36 Уға үтескә биргән аҡсаңдан һәм аҙыҡ-түлектән риба алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен. 37 Уға көтәсәккә биргән аҡсаңдан риба алма, уға биргән ризығыңдан килем өмөт итмә. 38 Мин Аллағыҙ Раббымын. Мин Ҡәнғән ерен бирер өсөн һәм Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым. 39 Әгәр ҙә берәй ҡәрҙәшең ярлыланһа һәм һиңә ҡоллоҡҡа һатылһа, уны ҡол кеүек эшләргә мәжбүр итмә. 40 Ул ялсы йәки килмешәк кеүек булһын. Яңырыу йылына тиклем һиндә эшләһен, 41 унан һуң балаларын алып һинән китә ала. Ул үҙ нәҫеленә, ата-бабалары биләмәһенә ҡайтһын. 42 Сөнки исраилдар – Минең Мысырҙан алып сыҡҡан ҡолдарым, шуға күрә улар ҡол һымаҡ һатылмаясаҡ. 43 Был кешеләргә аяуһыҙ хужа булма. Аллаңдан ҡурҡ. 44 Ҡолдарың, ҡолиәләрең әйләнә-тирәңдә йәшәгән ҡәүемдәрҙән булһын. Уларҙан үҙегеҙгә ҡол һатып ала алаһың. 45 Шулай уҡ арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән һәм һеҙҙең ерҙә йәшәгән саҡта уларҙың ғаиләһендә тыуған балаларҙан үҙегеҙгә ҡол һатып алырға мөмкин. Улар һеҙҙең мөлкәтегеҙ булыр. 46 Үҙегеҙҙән һуң уларҙы балаларығыҙға мираҫ итеп ҡалдыра алаһығыҙ. Улар һеҙгә ғүмер буйы хеҙмәт итһен, ә ҡәрҙәштәрегеҙ – исраилдарға – аяуһыҙ хакимлыҡ ҡылмағыҙ. 47 Әгәр ҙә килмешәк йәки арағыҙҙа йәшәгән берәйһе байып китһә, ә ҡәрҙәшең ярлыланып, килмешәккә, арағыҙҙа йәшәүсегә йәки уның ырыуҙашына һатылһа, 48 йолом хаҡын түләп уны һатып алырға мөмкин. Туғандарынан берәйһе уны кире һатып ала ала; 49 ата-әсәһенең бер туған ағай-энеһе, йәки башҡа ҡан туғаны йолом түләп азат итә ала. Хәлләнһә, ул үҙен үҙе азат итһен. 50 Был кеше үҙе һатылған йылдан башлап Яңырыу йылына тиклем ҡалған йылдарҙы һанап, хужаһы менән иҫәп-хисап яһаһын. Иреккә сығыу хаҡы шул йылдар һанына ҡарап иҫәпләнһен, ул хаҡ ялланып эшләүсенең эш хаҡы кеүек хисапланһын. 51 Әгәр ҙә ҡалған йылдарҙың һаны күп ҡалһа, был кеше үҙенең иреккә сығыуы өсөн хаҡты, шул йылдар һанына ярашлы, күберәк түләргә тейеш. 52 Ә инде Яңырыу йылына саҡлы бер нисә генә йыл ҡалһа, йолом хаҡын ошо йылдар һанына ярашлы иҫәпләһен һәм түләһен. 53 Хужа өсөн ул бер йылға ялланған эшсе һымаҡ булырға тейеш. Килмешәк хужаһы һинең алда уға рәхимһеҙ хакимлыҡ итмәһен. 54 Әгәр ҙә һатылған ҡәрҙәшегеҙ шул рәүешле иреккә сығыу хаҡын түләп йолоп алынмаһа, балалары менән бергә Яңырыу йылында азат булыр, 55 сөнки Исраил халҡы – Минең ҡолдарым. Мысыр еренән алып сыҡҡан ҡолдарым улар Минең. Мин Аллағыҙ Раббымын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia