Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 19 - Изге Яҙма


Дини һәм әхлаҡи ҡанундар

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен.

3 Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын.

4 Боттарға табынмағыҙ, үҙегеҙгә ҡойолма илаһтар яһамағыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

5 Раббыға татыулыҡ ҡорбаны килтерәһегеҙ икән, ҡабул ителерҙәйҙе килтерегеҙ.

6 Ҡорбан итен салынған көнөндә йәки иртәгәһенә ашағыҙ. Өсөнсө көнгә артып ҡалғаны яндырылһын.

7 Әгәр уны кем дә булһа өсөнсө көндө ашай икән, ул ҡорбан ҡабул булмаҫ, был – нәжес ит.

8 Уны ашаған кеше ғәйебе өсөн яза алыр, сөнки ул Раббының изгеһен бысратты, шуға күрә халҡы араһынан ҡыуылыр.

9 Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта ситенә тиклем урмағыҙ һәм ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ.

10 Баҡсағыҙҙағы йөҙөмдө лә тотош йыймағыҙ, ҡойолғандарын алмағыҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм мосафирҙарға ҡалдырығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

11 Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ.

12 Аллағыҙҙың исемен хурламаҫ өсөн, Минең исемем менән ялған ант итмәгеҙ. Мин – Раббы.

13 Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма.

14 Һаңғырауҙы ҡәһәрләмә, һуҡырҙың алдына абындырыр әйбер ҡуйма. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.

15 Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.

16 Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.

17 Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.

18 Үҙ халҡыңдан булған бер кемдән дә үс алма, һис кемгә ҡарата кенә тотма. Яҡыныңды үҙеңде яратҡан һымаҡ ярат. Мин – Раббы.

19 Минең күрһәтмәләремде тот. Төрлө тоҡомло малды тороҡторма, баҫыуыңа ике төрлө орлоҡ сәсмә, өҫтөңә ике төрлө ептән һуғылған кейем кеймә.

20 Әгәр берәй ир икенсе кешенең ҡоло булған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылһа, ә ҡолиә йәрәшелгән булһа, әммә уның өсөн әлегә йолом түләнмәгән йәки ул азат ителмәгән булһа, ир кеше килтерелгән зыянды ҡаплаһын. Улар үлемгә тарттырылмаһын, сөнки ҡатын ирекле түгел.

21 Ир кеше Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына ғәйеп ҡорбаны итеп һарыҡ тәкәһе килтерһен.

22 Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны булған тәкәне тәҡдим итеп, Раббы хозурында уны пакландырыу йолһын башҡарһын һәм ул кешенең гонаһы ярлыҡанһын.

23 Ҡәнғән еренә килгәс, ниндәй ҙә булһа емеш ағасы ултыртһағыҙ, тәүге өс йылда уның емештәрен ашамағыҙ, өс йыл буйы емештәрҙе ашарға яраҡлы түгел тип һанағыҙ, уларҙы ашамағыҙ.

24 Дүртенсе йылда ағастың бөтә емеше изге булыр, был – Раббыға шөкөр саҙаҡаһы.

25 Бишенсе йылда иһә ул ағастың емешен ашай алаһығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, уңышығыҙ артҡандан арта барасаҡ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

26 Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ.

27 Сикә сәстәрегеҙҙе киҫмәгеҙ, һаҡалығыҙҙы тигеҙләп ҡырҡмағыҙ.

28 Үлгән кеше иҫтәлегенә тәнегеҙгә бер ниндәй йәрәхәт тә һалмағыҙ, тирегеҙгә тамға яҙмағыҙ. Мин – Раббы.

29 Ҡыҙыңды фәхешлек ҡылырға мәжбүр итеп, мәсхәрәгә ҡалдырма. Юҡһа илдә зинасылыҡ таралыр һәм ул боҙоҡлоҡ менән тулыр.

30 Шәмбе көндәремде тотоғоҙ һәм Изге торлағымды хөрмәт итегеҙ. Мин – Раббы.

31 Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

32 Сал сәсле өлкәндәр алдында урыныңдан тор, ҡарттарға хөрмәт күрһәт. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.

33 Ерегеҙҙә килмешәк төйәкләнһә, уны йәберләмәгеҙ.

34 Килмешәккә үҙегеҙҙең берегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙҙе яратҡан һымаҡ яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

35 Хөкөмдә, оҙонлоҡ, ауырлыҡ һәм күләмде үлсәгәндә ғәҙел булығыҙ.

36 Бизмәнегеҙ, герҙәрегеҙ, һәм башҡа үлсәүҙәрегеҙ дөрөҫ булһын. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Мин Аллағыҙ Раббымын.

37 Минең бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы ғәмәл ҡылығыҙ. Мин – Раббы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan