Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 16 - Изге Яҙма


Гонаһтарҙан пакланыу көнө

1 Һарундың ике улы Раббы хозурына яҡынлашып үлгәндән һуң, Раббы Мусаға былай тине:

2 – Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.

3 Шуға күрә Һарун Иң мөҡәддәс урынға кергәндә гонаһ ҡорбаны итеп бер башмаҡ, тотош яндырыуға һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш.

4 Изге етен күлдәк, етен ыштан кейһен, биленә етен билбау быуһын, етен сәллә ураһын. Был – изге кейемдәр, шуның өсөн, уларҙы кейгәнгә тиклем, йыуынһын.

5 Һарун Исраил халҡы йәмғиәтенән гонаһ ҡорбаны итеп ике кәзә тәкәһе, тотош яндырыуға бер һарыҡ тәкәһе алһын.

6 Үҙе һәм ғаиләһе гонаһтан пакланһын өсөн ул гонаһ ҡорбаны итеп үгеҙ башмаҡ тәҡдим итһен.

7 Шунан ике кәзә тәкәһен Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен дә

8 йәрәбә һалһын: тәкәләрҙең береһе – Раббы, икенсеһе Ғазазел өсөн булыр.

9 Йәрәбә буйынса Раббыға сыҡҡан тәкәне Һарун гонаһ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен.

10 Ә йәрәбә буйынса Ғазазелгә сыҡҡан тәкәне тере килеш Раббы хозурына килтерһен. Был кәзә тәкәһе халыҡтың гонаһтарын паклар өсөн сүлгә, Ғазазелгә ебәрелһен.

11 Һарун үҙен һәм ғаиләһен гонаһтан паклау өсөн, үгеҙ башмаҡты һуйып, гонаһ ҡорбаны килтерһен. Башмаҡты салғандан һуң

12 Раббы ҡаршыһындағы ҡорбан усағынан төтәҫләгескә ҡуҙ тултырһын, яҡшылап төйөлгән һумала-майҙарҙы ҡуш услап алһын һәм пәрҙә артына индерһен.

13 Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ.

14 Бынан һуң Һарун башмаҡтың ҡанын алһын, бармағын уға манып, ҡапҡастың алдына һирпһен, шунан ҡапҡастың ҡаршыһында бармағы менән ете тапҡыр сәсрәтһен.

15 Унан һуң, халыҡтың гонаһ ҡорбаны булараҡ, кәзә тәкәһен салһын. Уның ҡанын пәрҙә эсенә алып инһен. Тәкәнең ҡанын да, башмаҡтыҡы кеүек үк, ҡапҡастың өҫтөнә һәм алғы яғына һирпһен.

16 Шул рәүешле Иң мөҡәддәс урынды Исраил халҡының нәжестәренән, енәйәттәренән – барлыҡ гонаһтарынан паклар. Улар араһында, уларҙың нәжеслеге араһында торған Осрашыу сатыры менән дә шулай эшләһен.

17 Һарун гонаһтан паклау йолаһын башҡарыу өсөн Иң мөҡәддәс урынға ингәндән алып сыҡҡанға тиклем Осрашыу сатырында бер кем дә булмаһын. Үҙен, ғаиләһен һәм бөтә Исраил халҡын гонаһтарынан паклағандан һуң,

18 Һарун Раббы хозурындағы ҡорбан усағы янына сығып, уны паклау йолаһын башҡарыр, башмаҡ менән кәзә тәкәһенең ҡанын алып, усаҡтың бөтә мөгөҙҙәренә һөртөр.

19 Бармағын ҡанға манып ете тапҡыр ҡорбан усағының өҫтөнә һирпер. Шул рәүешле уны Исраил халҡының нәжеслегенән таҙартыр һәм изге ҡылыр.

20 Һарун Иң мөҡәддәс урынды, Осрашыу сатырын, ҡорбан усағын паклау йолаһын башҡарғандан һуң, тере тәкәне килтерһен.

21 Ике ҡулын тәкәнең башына ҡуйһын һәм Исраил халҡының бөтә ғәйептәрен, енәйәттәрен – барлыҡ гонаһтарын танып һөйләһен дә, шул гонаһтарҙы тәкәнең башына йөкмәһен. Шунан был эш өсөн тәғәйенләнгән берәй кеше оҙатыуында тәкәне сүлгә ебәрер.

22 Тәкә уларҙың ғәйептәрен үҙенең өҫтөндә кешеһеҙ ерҙәргә алып китер. Оҙатып барған кеше тәкәне сүлгә ебәргәндән һуң,

23 Һарун Осрашыу сатырына кереп, Иң мөҡәддәс урынға ингәндә кейгән етен кейемдәрен сисһен һәм уларҙы шул ерҙә ҡалдырһын.

24 Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын.

25 Гонаһ ҡорбанының эс майын ҡорбан усағында яндырһын.

26 Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала.

27 Иң мөҡәддәс урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡандары эскә индерелгән гонаһ ҡорбаны башмағы менән тәкәһе тупламдан ситкә сығарылһын. Улар тиреләре, ите, эсәк-ҡарындары менән бергә тотош яндырылһын.

28 Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала.

29 Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.

30 Был көндө һеҙҙең өсөн паклау йолаһы башҡарыласаҡ һәм һеҙ бөтә гонаһтарығыҙҙан таҙарынырһығыҙ, Раббы ҡаршыһында таҙа булырһығыҙ.

31 Был һеҙҙең өсөн шәмбе кеүек тулыһынса ял көнө. Үҙегеҙҙе бөтә нәмәнән дә тыйығыҙ. Был – мәңгелек ҡағиҙә.

32 Пакландырыу йолаһын мәсехләнгән һәм атаһының урынына бағышланған ҡаһин башҡарыр. Ул етен кейемдәрен – изге кейемдәрҙе кейер һәм

33 Иң мөҡәддәс урын, Осрашыу сатыры, ҡорбан усағы өсөн паклау йолаһын башҡарыр, шулай уҡ был йола менән ҡаһиндарҙы һәм барса халыҡты пакландырыр.

34 Был һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: Исраил халҡы бөтә гонаһтарынан арынһын өсөн, йылына бер тапҡыр пакландырыу йолаһы башҡарылһын. Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, Һарун барыһын да шулай эшләне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan