Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 14 - Изге Яҙма


Тире ауырыуҙарынан таҙарыныу

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Бына йоғошло тире ауырыуы булған кешене паклау ҡағиҙәһе: уны ҡаһинға килтерһендәр;

3 ҡаһин, тупламдан тышҡа сығып, уны тикшерһен. Әгәр ауырыу йоғошло тире ауырыуынан сәләмәтләнгән икән,

4 ҡаһин уға хәләлдән ике тере ҡош, кедр таяғы, ут-ҡыҙыл еп, майағас үләне алып килергә ҡушһын.

5 Ҡаһин был ҡоштарҙың береһен саф шишмә һыуы һалынған балсыҡ һауыт өҫтөндә салырға бойорһон.

6 Ә ул үҙе икенсе тере ҡошто, кедр таяғын, ут-ҡыҙыл епте һәм майағасты шишмә һыуы өҫтөндә салынған ҡоштоң ҡанына манһын да

7 йоғошло тире ауырыуынан таҙарыныусы кешегә ете тапҡыр һирпһен һәм уны таҙа тип иғлан итеп, тере ҡошто ҡырға ебәрһен.

8 Таҙарыныусы кеше кейемен йыуһын, үҙен тотош ҡырһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Шунан тупламға ҡайтһын, әммә ете көн буйы сатырының тышында йәшәһен.

9 Етенсе көндө ул сәсен, һаҡал-мыйығын, ҡашын, тәнендәге бөтә йөндө ҡырһын, кейемен йыуһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр.

10 Һигеҙенсе көндө ул кеше кәмселеге булмаған ике тәкә һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы итеп зәйтүн майына буталған бер эфаның ундан өс өлөшө күләмендә сифатлы бойҙай оно һәм бер лог зәйтүн майы килтерһен.

11 Таҙарыныу йолаһын башҡарған ҡаһин таҙарынған кешене ошо әйберҙәре менән Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббы хозурына алып килһен.

12 Шунан ҡаһин тәкә бәрәстәрҙең береһен бер лог май менән бергә ғәйеп ҡорбаны өсөн килтерһен дә, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен.

13 Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын салған ерҙә, мөҡәддәс урында һуйһын. Ғәйеп ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Был – изгеләрҙән-изге ҡорбан.

14 Ҡаһин, ғәйеп ҡорбанының ҡанын алып, таҙарыныусының уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөртһөн.

15 Шунан һуң бер аҙ зәйтүн майы алып, уны үҙенең һул усына ҡойһон.

16 Уң ҡулының бармағын усындағы майға манып, уны Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен.

17 Ҡаһин усында ҡалған майҙы таҙарыныусының уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына, ғәйеп ҡорбаны ҡаны буялған урындарға, һөртһөн.

18 Ҡалған майҙы иһә таҙарыныусының башына ҡойһон. Шул рәүешле ул Раббы хозурында паклау йолаһын үткәрер.

19 Шунан һуң ҡаһин гонаһ ҡорбанын тәҡдим итһен. Шул рәүешле ҡаһин был кеше өсөн паклау йолаһын башҡарып, уны нәжесенән таҙарындырыр. Һуңынан тотош яндырыу ҡорбанын салһын.

20 Тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһын ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше таҙа булыр.

21-22 Әгәр кеше ярлы булһа һәм быларҙы алырға хәленән килмәһә, пакланыу өсөн ғәйеп ҡорбаны булараҡ күтәреп күрһәтергә һарыҡтың бер тәкә бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы булараҡ зәйтүн майына бутап, ундан бер эфа иң яҡшы он, бер лог зәйтүн майы һәм, хәленән килгәнсә, береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы килтерһен.

23 Пакланыу өсөн һигеҙенсе көндө уларҙы, Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына алып килеп, ҡаһинға бирһен.

24 Ҡаһин, ғәйеп ҡорбаны булған бәрәс менән бер лог зәйтүн майын, Раббыға бағышланған һелкетмә ҡорбан булараҡ, өҫкә күтәреп күрһәтһен.

25 Ғәйеп ҡорбаны булған бәрәсте салһын. Ҡорбандың ҡанын алып, таҙарыныусы кешенең уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөртһөн.

26 Шунан һуң үҙенең һул усына бер аҙ зәйтүн майы ҡойһон.

27 Уң ҡулының бармағын һул усындағы майға манып, Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен.

28 Уң ҡулының бармағын усындағы майға манып, таҙарыныусының уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына, ғәйеп ҡорбаны ҡаны буялған урындарға, һөртһөн.

29 Усында ҡалған майҙы ҡаһин таҙарыныусы кешенең башына ҡойһон; шул рәүешле Раббы ҡаршыһында уны паклау йолаһын башҡарыр.

30-31 Шунан ул кеше хәленә күрә алып килгән алатубаларҙың йәки күгәрсендәрҙең береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп икмәк саҙаҡаһы менән бергә тәҡдим итһен. Шул рәүешле ҡаһин был кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.

32 Был – йоғошло тире ауырыуы булған һәм таҙарыныр өсөн тейешле ҡорбан килтерергә хәле етмәгән кешеләр өсөн ҡанун.


Йорттағы үңәҙ тураһында ҡанун

33 Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

34 – Мин һеҙгә биләмә итеп бирәсәк Ҡәнғән еренә ингәс, өйҙәрегеҙҙең береһенә тарала торған үңәҙ ебәрһәм,

35 ул йорттоң хужаһы ҡаһинға килһен дә: «Минең өйөмдә тарала торған үңәҙ кеүек нәмә күренде», – тип әйтһен.

36 Ҡаһин үңәҙҙе ҡарарға ингәнгә тиклем, эстәге әйберҙәр нәжес тип иғлан ителмәһен өсөн өйҙө бушатырға әмер бирһен. Шунан ғына ҡаһин эскә инеп ҡараһын.

37 Ул өйҙөң диуарҙарындағы үңәҙҙе ҡарар. Әгәр уға йәшкелт йәки ҡыҙғылт таптар күренһә һәм улар диуарға уйып ингән булһа,

38 ҡаһин тышҡа, күтәрмәгә, сыҡһын да өйҙө ете көнгә бикләп ҡуйһын.

39 Етенсе көндө ҡаһин тағы килеп, үңәҙҙең йәйелгәнен күрһә,

40 ул үңәҙле таштарҙы соҡоп алып ҡаланан ситтәге нәжес урынға ташларға әмер бирһен.

41 Шулай уҡ өйҙөң эсен тулыһынса ҡырып таҙартырға, һәм ҡырғанда барлыҡҡа килгән бөтә сүп-сарҙы ҡаланан ситтәге нәжес урынға түгергә бойорһон.

42 Соҡоп алынған таштар урынына башҡа таштар ҡуйһындар һәм, яңы иҙмә алып, өйҙө ҡабат һылаһындар.

43 Таштарын ҡуптарып, өйҙө ҡырып таҙартып, яңынан һылағандан һуң да үңәҙ ҡабат күренһә,

44 ҡаһин йәнә килеп ҡараһын. Үңәҙ өйгә яңынан таралған икән, тимәк, был – зарарлы үңәҙ. Өй нәжес һаналыр.

45 Өйҙө емереп, ташын, ағасын, бөтә иҙмәһен тотош ҡаланан ситкә, нәжес урынға сығарып түгергә кәрәк.

46 Бикле торған көндәрҙә был өйгә ингән һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр.

47 Ул өйҙә ятҡан йәки тамаҡ ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш.

48 Өй һылағандан һуң, ҡаһин килеп ҡарап, үңәҙҙең таралмағанын күрһә, өйҙө таҙа тип иғлан итер, сөнки үңәҙ бөткән.

49 Өйҙө паклар өсөн ике ҡош, кедр таяғы, ут-ҡыҙыл еп һәм майағас үләне алыр.

50 Ҡоштарҙың береһен балсыҡ һауыттағы саф шишмә һыуы өҫтөндә салыр.

51 Кедр таяғын, майағас үләнен, ҡыҙыл епте, тере ҡошто салынған ҡоштоң ҡанына һәм таҙа һыуға манып, ете тапҡыр өйгә һирпер.

52 Ҡоштоң ҡаны һәм таҙа һыу, тере ҡош, кедр таяғы, майағас һәм ҡыҙыл еп менән өйҙө паклар.

53 Тере ҡошто ҡаланан ситкә, ҡырға ебәрер. Шул рәүешле ҡаһин өйҙө паклау йолаһын башҡарыр һәм өй таҙа һаналыр.

54-56 Был – һәр төрлө йоғошло тире ауырыуҙары, таҙ, шеш, сабыртҡы, таптар, шулай уҡ кейем-һалымда һәм өйҙә булған үңәҙ тураһындағы ҡанун. Уларҙың ҡасан пак, ҡасан нәжес булыуын белер өсөн, тире ауырыуҙары тураһында ҡанун был.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan