Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 12 - Изге Яҙма


Бала тапҡан ҡатындың пакланыуы

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраил халҡына иғлан ит: әгәр бер ҡатын ауырға ҡалып, ир бала тапһа, ете көн буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр.

3 Сабый һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылһын.

4 Ҡатын ҡан ағыуҙан таҙарынғансы утыҙ өс көн көтһөн, пакланыу көндәре тулғанға тиклем бер ниндәй изге әйбергә лә ҡағылмаһын, Изге сатырға бармаһын.

5 Әгәр ҙә ҡатын ҡыҙ бала тапһа, ике аҙна буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. Ҡан ағыуҙан таҙарыныу өсөн алтмыш алты көн көтһөн.

6 Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен.

7 Ҡаһин был ҡорбандарҙы Раббы ҡаршыһында ғәмәл ҡылһын һәм ҡатынды паклаһын; ҡатын ҡаны ағыуҙан таҙарыныр. Был – ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатындар өсөн ҡағиҙә.

8 Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan