Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 11 - Изге Яҙма


Хәләл һәм хәрәм хайуандар

1 Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

2 – Исраил халҡына иғлан итегеҙ: ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙан һеҙгә ашарға яраҡлы йән эйәләре түбәндәгеләр.

3 Айыры тояҡлы һәм көйшәгән бөтә хайуандарҙы ла ашарһығыҙ.

4 Әммә көйөшлө йәки айыры тояҡлы хайуандарҙан һеҙгә ашарға ярамай: дөйә, сөнки ул көйшәһә лә айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм;

5 даман, сөнки ул көйшәһә лә, айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм;

6 ҡуян, сөнки ул көйшәһә лә, айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм;

7 сусҡа, сөнки ул айыры тояҡлы булһа ла, көйшәмәй, шуға күрә лә һеҙҙең өсөн хәрәм.

8 Уларҙың итен ашамағыҙ, үләкһәләренә ҡағылмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн хәрәм.

9 Һыуҙа – диңгеҙҙәме ул, йылғаламы – йәшәгәндәрҙән йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булғандарын ашай алаһығыҙ.

10 Әммә диңгеҙҙәге һәм йылғаларҙағы йөҙгөстәре менән тәңкәләре булмаған мыжғып йөрөгән һәм башҡа йән эйәләре һеҙҙең өсөн ерәнгес булһын.

11 Улар хәрәм һеҙҙең өсөн – итен ашамағыҙ, үләкһәләренән ерәнегеҙ.

12 Һыуҙа йәшәгән йөҙгөсһөҙ һәм тәңкәһеҙ бөтә йән эйәләре һеҙҙең өсөн ерәнгес булһын.

13 Ҡоштарҙың ошоларын ашарға ярамай, улар ерәнгес: бөркөт, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө,

14 төйлөгән һәм ыласындың бөтә төрҙәре,

15 ҡоҙғондоң бөтә төрҙәре,

16 дөйәғош, ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре,

17 бәләкәй ябалаҡ, диңгеҙ ҡоҙғоно, өкө,

18 ибис, берғаҙан, сип,

19 ҡауҙы, селәндең бөтә төрҙәре, һөҙһөт һәм ваҡ ярғанат.

20 Дүрт аяҡта йөрөгән һәм ҡанатлы бөжәктәрҙең барыһы ла һеҙҙең өсөн ерәнгес.

21 Әммә ер өҫтөнән һикереп йөрөү өсөн яйланған аяҡтары һәм ҡанаттары булған бөжәктәрҙе ашарға мөмкин.

22 Улар араһынан саранча һәм уның тоҡомонан булғандарҙы, бөтә сиңерткәләрҙе ашарға ярай.

23 Дүрт аяҡлы ҡалған бөтә бөжәктәр ҙә һеҙҙең өсөн ерәнгес.

24 Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.

25 Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.

26 Айыры тояҡлы, әммә айырсаһы тәрән булмаған, көйөшһөҙ хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларға ҡағылған һәр кем нәжес булыр.

27 Дүрт аяҡлы хайуандар араһында тәпәйлеләре һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналһын.

28 Уларҙың үләкһәһенә тотонған һәр кем кейемен йыуырға тейеш. Был хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм.

29 Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ваҡ йәнлектәр араһынан һеҙҙең өсөн нәжес булғандар ошо: һуҡыр сысҡан, сысҡан, кеҫәртке һәм уның бөтә төрҙәре:

30 геккон, сыбар кеҫәртке, ябай кеҫәртке, сцинк һәм хамелеон һеҙҙең өсөн хәрәм.

31 Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр.

32 Уларҙың берәйһенең үләкһәһе өҫтөнә төшкән һәр нәмә нәжес булыр: ағас һауытмы ул, кейемме, тиреме, тоҡмо – көнкүрештә ҡулланылған бөтә әйбер – нәжес һаналыр. Уларҙы һыуға һалып ҡуйығыҙ, кискә тиклем нәжес булырҙар, шунан таҙарырҙар.

33 Уларҙың берәйһе ниндәй ҙә булһа балсыҡ һауыт эсенә төшһә, һауыт эсендәге әйбер нәжес һаналыр; ә һауытты ватырға кәрәк.

34 Әгәр ҙә бындай һауыттағы һыу ризыҡҡа түгелһә, ул ризыҡ нәжесләнер. Ундай һауыт эсендәге бөтә эсемлек нәжес булыр.

35 Уларҙың үләкһәһенең берәй нәмәһе төшкән әйбер нәжес булыр. Мейесме, усаҡмы – улар емерелергә тейеш. Сөнки улар нәжесләнде һәм һеҙҙең өсөн нәжес булыр.

36 Бары тик шишмә йәки һыу һаҡлау урыны ғына таҙа ҡалыр. Был йәнлектәрҙең үләкһәһенә ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр.

37 Уларҙың үләкһәһенең бер өлөшө сәсә торған орлоҡҡа төшһә, орлоҡ таҙа ҡалыр.

38 Әммә үләкһәнең берәй нәмәһе һыуға һалынған орлоҡҡа төшһә, был орлоҡ һеҙҙең өсөн нәжес булыр.

39 Әгәр ҙә ашарға яраҡлы хайуандарҙың берәйһе үлһә, уның үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр.

40 Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.

41 Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр ваҡ хайуан һеҙҙең өсөн ерәнгес; уны ашарға ярамай.

42 Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгәндәрҙең – ҡорһағында шыуышҡан, дүрт аяҡта йөрөгән һәм күп аяҡлыларҙың береһен дә ашамағыҙ, сөнки улар ерәнгес.

43 Шундайҙарҙы ашап, үҙегеҙҙе әшәкеләтмәгеҙ, улар арҡаһында нәжесләнмәгеҙ.

44 Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.

45 Сөнки Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббы Мин. Изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен.

46-47 Һеҙ нәжесте пактан, итен ашарға ярағанын ашарға ярамағандан айыра белһен өсөн хайуандар, ҡоштар, һыуҙа йәшәгән һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән йәнлектәр хаҡындағы ҡанун бына ошо.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan