Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Колосстарға 4 - Изге Яҙма

1 Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел булығыҙ.


Өгөт-нәсихәттәр

2 Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ.

3 Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.

4 Минең кешеләргә ул серҙе тейешенсә аса алыуымды теләп доға ҡылығыҙ.

5 Ят кешеләр менән, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, аҡыллы мөғәмәлә итегеҙ.

6 Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс, тоҙ һалынған булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.


Сәләмдәр

7 Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тухикус барыһын да һөйләп бирер.

8 Мин уны һеҙгә хәлебеҙҙе хәбәр итеү һәм күңелдәрегеҙҙе күтәреү маҡсаты менән ебәрәм.

9 Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онесимус менән бергә ебәрәм. Улар һеҙгә бындағы хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләр.

10 Минең менән бергә тотҡонда булған Аристархос та, Барнабастың ике туғаны Маркус та сәләм ебәрә. Уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ.

11 Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.

12 Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.

13 Мин уның һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаодикея менән Һиераполистағы имандаштар хаҡына бик ауыр хеҙмәт башҡарыуына шаһитмын.

14 Һеҙгә ҡәҙерле табип Лукас менән Демас та сәләм тапшыра.

15 Лаодикеялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нумфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ.

16 Был хатты уҡығас, уны Лаодикеялағы берҙәмлеккә лә тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар. Лаодикеяға ебәрелгән хатты иһә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ.

17 Архиппусҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ.

18 Был сәләмде мин, Паулус, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan