Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Колосстарға 3 - Изге Яҙма

1 Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелтелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра.

2 Уйҙарығыҙҙы ерҙәге нәмәләргә түгел, ә күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ,

3 сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән.

4 Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.


Иҫке һәм яңы тормош

5 Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.

6 Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде.

7 Быларҙы эшләгәндә ҡасандыр һеҙ ҙә шундай йәшәү рәүеше алып бара инегеҙ.

8 Ә хәҙер быларҙың бөтәһенән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ.

9 Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән үҙегеҙҙән, кейемегеҙҙе сискәндәй, элекке кешене сисеп ташланығыҙ

10 һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кеше үҙен яратҡан Аллаға оҡшап үҙгәреп тора һәм Уны ысынлап танып белеүгә табан ынтыла.

11 Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.

12 Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм һөйөклөләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.

13 Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Раббы һеҙҙе ғәфү иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.

14 Был сифаттарҙың бөтәһенә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк.

15 Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ!

16 Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.

17 Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Яңы тормошта шәхси мөнәсәбәттәр

18 Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ.

19 Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ.

20 Балалар, бөтә нәмәлә лә ата-әсәләрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә.

21 Атайҙар, балаларығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уларҙы рәнйетмәгеҙ.

22 Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтә нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.

23 Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек ихлас күңелдән башҡарығыҙ.

24 Раббынан бүләккә Үҙе вәғәҙә иткәндән өлөштө алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ.

25 Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббы алдында бөтәһе лә бер тигеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan