Колосстарға 2 - Изге Яҙма1 Һеҙҙең өсөн дә, Лаодикеялағы имандаштар, шулай уҡ мине күреп белмәгәндәр хаҡына ла ниндәй көрәш алып барыуымды белһәгеҙ ине. 2 Улар мөхәббәттә берләшеп, рухтары күтәрелһен һәм һәр яҡлап тәрән һәм бай белемле булһындар, шулай Алланың серен, йәғни Мәсихте белһендәр ине. 3 Мәсихтә аҡыл менән белемдең бөтә хазинаһы йәшеренгән. 4 Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм. 5 Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам. Мәсихтәге яңы тормош 6 Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Мәсихтә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ. 7 Унда тамыр йәйегеҙ һәм төпләнегеҙ, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм рәхмәтле булыу һеҙҙе солғап алһын. 8 Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен. 9 Сөнки Илаһилыҡтың бөтә тулылығы Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй. 10 Бөтә етәкселәрҙең һәм хакимдарҙың башы булған Мәсихтә һеҙ ҙә тулы тормошҡа эйә булдығыҙ. 11 Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы башҡарған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең хакимлығынан азат ителдегеҙ. 12 Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә күмелдегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ. 13 Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, һеҙгә Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. 14 Ул талаптары менән беҙгә ҡаршы булған бурыстарыбыҙ исемлеген юйҙы һәм, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. 15 Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсихтә улар өҫтөнән тантана итте. 16 Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен. 17 Былар барыһы ла – киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә ысынбарлыҡ – Мәсихтә. 18 Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә. 19 Ул Мәсихтән, тәндең башынан, айырылған. Ә баш бөтә тәнде тотоп тора һәм тән, быуындар, һеңерҙәр аша үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алланың ниәтенә ярашлы үҫә. Мәсих менән бергә үлеү һәм иманлы йәшәү 20 Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ: 21 «Ҡағылма», «Татыма», «Теймә»? 22 Ҡулланылғандан һуң улар юҡҡа сыға, был ҡағиҙәләрҙе һәм тәғлимәттәрҙе бары тик кеше уйлап сығарған. 23 Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта аҡыллы тойолһа ла, ысынында кешенең әҙәмсә нәфсеһенә ҡаршы тора алмайҙар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia