Хакимдар 9 - Изге ЯҙмаАвимәләх 1 Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине: 2 – Бөтә Шәхәм кешеләренә шуны еткерегеҙ: һеҙгә Йеруббәғелдең бөтә етмеш улы хужа булыуы хәйерлерәкме, әллә берәүһеме? Онотмағыҙ, мин һеҙҙең менән бер тән, бер йәнмен. 3 Әсәһенең туғандары был һүҙҙәрҙе Шәхәм халҡына еткерҙе һәм улар Авимәләхте яҡлауҙы хуп күрҙе. – Ул бит беҙҙең туғаныбыҙ, – тинеләр. 4 Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте. 5 Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне. 6 Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте. 7 Йоҫам, был хаҡта ишеткәс, Геризим тауының башына менеп баҫты ла көслө тауыш менән халыҡҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Тыңлағыҙ мине, Шәхәм кешеләре, шул сағында һеҙҙе Алла ла ишетер! 8 Бер заман ағастар үҙҙәренә батша ҡуйырға булған. Улар зәйтүн ағасына: «Беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 9 Зәйтүн ағасы уларға: «Мин илаһтарҙы һәм кешеләрҙе ҙурлай торған майымды бирмәйенсә, башҡа ағастар өҫтөнән ботаҡ һелкетеп торайыммы?» – тигән, ти. 10 Шунан ағастар инжиргә: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 11 Инжир ағасы уларға: «Мин татлы һәм күркәм емеш биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән ботаҡ һелкетеп торайыммы?» – тигән. 12 Ағастар йөҙөм ағасына: «Һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 13 Йөҙөм ағасы уларға: «Илаһтарҙың һәм кешеләрҙең күңелен аса торған һутымды биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән тәлгәштәремде һелкетеп торайыммы?» – тигән. 14 Аҙаҡ килеп, бөтә ағастар күгән ҡыуағына: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 15 Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән. 16 Шулай итеп, ҡарағыҙ, һеҙ Авимәләхте батша итеп ҡуйып, дөрөҫ һәм ғәҙел эшләнегеҙме? Һеҙ Йеруббәғелгә һәм уның нәҫеленә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарҙығыҙмы? Уның эштәренә лайыҡ эш ҡылдығыҙмы? 17 Атайым һеҙҙең өсөн яу сапты, ғүмерен аяманы, һеҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙы. 18 Ә һеҙ хәҙер килеп атайымдың нәҫеленә ҡаршы сыҡтығыҙ, бер таш өҫтөндә уның етмеш улын үлтерҙегеҙ һәм туғанығыҙ булған өсөн уның ҡол ҡатынының улы Авимәләхте Шәхәм кешеләренә батша итеп ҡуйҙығыҙ. 19 Әгәр ҙә һеҙ бөгөн Йеруббәғел менән уның нәҫеленә дөрөҫ һәм ғәҙел эш ҡылған булһағыҙ, әйҙә, Авимәләх өсөн шатланығыҙ, ул да һеҙҙең өсөн шатланһын. 20 Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон. 21 Шунан һуң Йоҫам ҡасып китте, ағаһы Авимәләхтән йәшенеп, Беерға барып төпләнде. 22 Авимәләх Исраилда өс йыл хакимлыҡ итте. 23 Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте. 24 Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне. 25 Шәхәм кешеләре, Авимәләхте дошман күргәнлектән, тау баштарында боҫҡондар ҡора торған булды. Улар юлдан үтеп барған һәр кемде таланы. Был хаҡта Авимәләхкә хәбәр иттеләр. 26 Ғәвәд улы Ғағал ағай-энеләре менән Шәхәмгә күсеп килде. Ул Шәхәм халҡының ышанысын ҡаҙанды. 27 Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте. 28 Ғәвәд улы Ғағал уларға: – Авимәләх кем ул? Ә Шәхәм халҡы кем? Нишләп беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итергә тейеш? Ул Йеруббәғелдең улы һәм уның баш яраны Зевул түгелме? Әйҙәгеҙ, Шәхәмдең атаһы Хамор тоҡомона хеҙмәт итәйек! Ниңә беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итәбеҙ? 29 Әгәр ҙә был халыҡ минең ҡул аҫтымда булһа, мин Авимәләхте ҡыуып ебәрер инем! – тине. Шунан Ғағал Авимәләхкә: – Ғәскәреңде йый ҙа алышҡа сыҡ, – тип һүҙ ташланы. 30 Ҡала башлығы Зевул, Ғәвәд улы Ғағалдың һүҙҙәрен ишетеп, бик асыуланды. 31 Ул йәшерен рәүештә Авимәләхкә сапҡын ебәреп: «Ғәвәд улы Ғағал һәм уның ағай-энеһе Шәхәмгә килеп ҡаланы һиңә ҡаршы ҡоторта, – тип хәбәр итте. 32 – Төндә кил дә үҙеңдең кешеләрең менән ҡырҙа боҫҡон ҡор. 33 Ә иртәнсәк ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан ҡалаға һөжүм ит. Ғалғал янындағы кешеләре менән һиңә ҡаршы сығыр ҙа уның менән ҡулыңдан килгәнде эшлә». 34 Авимәләх төндә ғәскәре менән юлға сыҡты. Улар, дүрт төркөмгә бүленеп, Шәхәм эргәһендә боҫҡон булып урынлашты. 35 Иртәнсәк, Ғәвәд улы Ғағал ҡала ҡапҡаһы янында баҫып торғанда, Авимәләх үҙенең һуғышсылары менән йәшенгән еренән сыҡты. 36 Ғағал, уларҙы күреп, Зевулға: – Ҡара әле, тау баштарынан кешеләр төшөп килә, – тине. – Ҡуйһаңсы, – тине Зевул. – Һиңә тауҙарҙың күләгәһе кеше булып күренә торғандыр. 37 Әммә Ғағал йәнә: – Ҡара, Ер кендегенән кешеләр төшөп килә! Тағы бер төркөм Күрәҙәселәр имәне яғынан килә ята, – тине. 38 Шул саҡ Зевул: – «Беҙ уға хеҙмәт итергә, кем ул Авимәләх?» тип әйткән телең ҡайҙа? Һин һанға һуҡмаған кешеләр инде был. Хәҙер сыҡ та уға ҡаршы һуғыш, – тине. 39 Шәхәм халҡы Ғағал етәксегендә Авимәләхкә ҡаршы алышҡа сыҡты. 40 Авимәләх уларҙы ҡасырға мәжбүр итте һәм ҡала ҡапҡаһына еткәнсе баҫтырып барҙы, күптәр үлтерелде. 41 Авимәләх Арумала урынлашты, ә Зевул Ғағалды һәм уның ағай-энеһен Шәхәмдән ҡыуып сығарҙы. 42 Иртәгәһенә Шәхәм халҡы үҙ эштәре менән ҡырға сығырға йыйынды. Был хаҡта Авимәләхкә еткерҙеләр. 43 Ғәскәрен өс төркөмгә бүлеп, Авимәләх уларға ҡырҙа йәшенеп торорға бойорҙо. Халыҡтың ҡаланан сыҡҡанын күреп, уларға һөжүм итте һәм үлтереп бөттө. 44 Авимәләх етәкселек иткән төркөм ҡала ҡапҡаһы янындағы урынды ҡулға төшөрөргә ашыҡты, ҡалған ике төркөм, ҡырҙағы кешеләргә һөжүм итеп, уларҙы ҡырып ташланы. 45 Авимәләх Шәхәм халҡы менән көнө буйы һуғышты. Ул ҡаланы яулап алды һәм унда йәшәүселәрҙе ҡырып бөтөрҙө. Ҡаланы иһә емерҙе һәм уның тупрағына тоҙ һипте. 46 Был хаҡта ишеткәс, Шәхәм манараһындағы халыҡ Эл-Бериҫ ғибәҙәтханаһының нығытмаһына инеп йәшенде. 47 Авимәләхкә Шәхәм манараһындағы бөтә кешеләрҙең шунда йыйылыуы хаҡында хәбәр иттеләр. 48 Авимәләх ғәскәре менән Салмон тауына табан йүнәлде. Балта алып, ағас ботаҡтары ҡырҡҡыланы ла, иңбашына һалып, үҙе менән булған яугирҙәргә: – Минең нимә эшләгәнемде күрҙегеҙме? Һеҙ ҙә тиҙерәк шулай эшләгеҙ, – тине. 49 Яугирҙәрҙең һәр береһе ботаҡ ҡырҡып алды һәм, Авимәләх менән бергә барып, уларҙы нығытма тирәләй өйөп һалдылар, ут төрттөләр. Шәхәм манараһында булған барлыҡ кеше – бер меңгә яҡын ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ – һәләк булды. 50 Шунан Авимәләх Тевес ҡалаһына йүнәлде. Ҡаланы ҡамап, ҡулына төшөрҙө. 51 Ҡала уртаһында ныҡлы бер манара бар ине. Барлыҡ ирҙәр һәм ҡатындар, бөтә ҡала кешеләре шунда инеп бикләнде һәм манараның түбәһенә менеп баҫты. 52 Авимәләх, манара эргәһенә килеп, уға һөжүм итте. Ишек янына килеп, уға ут төртмәксе булғайны, 53 бер ҡатын ҡул тирмәненең ташын ырғытып ебәрҙе лә Авимәләхтең башын ярҙы. 54 Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе. 55 Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты. 56 Атаһына ҡаршы енәйәт ҡылып, етмеш ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә Алла шулай ҡоһорон ҡайтарҙы. 57 Шәхәм халҡының ҡылған яуызлыҡтарын да Алла уларҙың үҙ баштарына төшөрҙө. Шул рәүешле Йеруббәғел улы Йоҫамдың ҡарғышы бойомға ашты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia